+28 °С
Болотло


Ҡамырҙы баҫҡас, ярты сәғәттән һуң яһап, шунда уҡ ҡыҙған духовкаға бешерергә ҡуйырға.
Рецепт:
Ҡамыр өсөн :
-1 стакан - кефир
-0.5 стакан - үҫемлек майы
-1 пакет (11 грамм) ҡоро сүпрә
-1 сәй ҡалағы тоҙ
-1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо
- 2 йомортҡа
- 3 стакан он. Он аҙ ғына әҙерәк булырға ла мөмкин.
Эслек өсөн бешкән дөгө яҡшылап йыуылған емештәр, тәм өсөн әнис орлоғо, тоҙ, шәкәр ҡомо, иретелгән аҡ май алына.
“Татар халыҡ аштары”нан.