Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Ә һеҙ һаман сүпте ташлайһығыҙмы?

Башҡортостандың экопункттарына 1693 тонна икенсе эшкәртеүгә ебәрергә тауар йыйылған

Ә һеҙ һаман сүпте ташлайһығыҙмы?Ә һеҙ һаман сүпте ташлайһығыҙмы?
Ә һеҙ һаман сүпте ташлайһығыҙмы?

Рәсәйҙең экология операторы республикалағы экопункттарҙың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаған. Былтыр һәм быйылғы йылдың тәүге кварталына 1693 тонна икенсел сеймал тапшырылған, улар ҡайтанан эшкәртеүгә ебәрелгән.

Өфөлә йәмғеһе һигеҙ экопункт булдырылған. Был экологик яҡтан тәрбиә биреүгә тәүге аҙымдар. Экопункттарға 135 мең кеше сеймал тапшырған. Тәү сиратта был макулатура һәм ҡатырға – 815,9 тонна. Икенсе урында быяла – 233,1 тонна, өсөнсө урында – пластик – 194,3 тонна, — тип билдәләне РЭО генераль директоры Денис Буцаев.

Былтыр июлдә “Экорусур” ойошмаһы икенсел сеймал һатып алыу буйынса һигеҙ пункт ойошторғайны, быйыл йәнә ике пункт өҫтәләсәк. Бардака.нет тип аталған пункттарҙа ҡағыҙ, ҡатырға, пластик, алюмин банкалар – йәмғеһе 15 төр икенсел сеймал тапшырырға мөмкин. Телефондағы махсус ҡушымта ярҙамында балдар туплау, аҡса эшләү мөмкинлеге бар.

Ҡатырға һәм макулатураны Туймазылағы “Ҡағыҙ-ҡатырға комбинаты” һәм Нефтекамалағы ҡағыҙ фабрикаһы, пластикты Өфө һәм Ишембай компаниялары, быяланы “Русджам Холдинг”, “Анитэкс” компаниялары икенсел эшкәртеүгә ала.

Билдәләп үтәйек, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһын бысратыу кимәлен бөтөнләй кәметеүгә, экологик мәҙәниәтте күтәреүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Ул башҡа милли проекттар кеүек үк Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

https://bashgazet.ru

Ә һеҙ һаман сүпте ташлайһығыҙмы?
Ә һеҙ һаман сүпте ташлайһығыҙмы?
Автор:
Читайте нас