+28 °С
Болотло


Быйыл 9-сы һәм 11-се кластар өсөн Һуңғы ҡыңғырау 22 майҙа үтә. Һәм был көндә Башҡортостан территорияһында иҫерткес эсемлектәр һатылмаясаҡ.“Республика закондарына ярашлы, был тыйыу магазиндарҙа алкоголь продукцияһын берәмләп һатыуға ҡағыла. йәмәғт туҡланыуы предприятиеларына ул ҡағылмай”, – тип аңлаталар төбәктең Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала Яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар мәлендә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла.
Башинформ.