Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Бында алма баҡсаһы буласаҡ

Кәрим ауылында Дамир Арыҫланов иҫтәлегенә алмағастар ултыртылды.

Бында алма баҡсаһы буласаҡБында алма баҡсаһы буласаҡ
Бында алма баҡсаһы буласаҡ

Арыҫланов Дамир Ғәбделйәмил улы ғүмеренең һуңғы 13 йылын Өфө районы муниципаль районының Михайловка ауыл Советы авыл биләмәһе башлығы булып эшләгән. Тыуған ауылы тормошо менән hәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып hәм теге йәки был мәсьәләрҙе хәл итеү өсөн ярҙам итеп торған. 2019 йылда ауылдың 100-йыллығы хөрмәтенә Бөйөк Ватан һуғышында hәләк булғандар һәм иҫән ҡайтҡандар иҫтәлегенә мемориаль плитә ҡуйылған. Паркты булдырыу идеяһын Дамирҙың туғаны — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы Альмир Арыҫланов тәҡдим итә, ул ауылдың 100-йыллығы хөрмәтенә парк булдырыу инициативаһы менән мөрәжәғәт итә.

Ауылға кергән ерҙә плитә урынлаштырыла, нарат heм миләш ултыртыла. Идеяны уның ҡатыны — Фәтих Кәрим исемендәге урта мәктәптең уҡытыусыһы, «Ҡайынҡай» мәктәп урмансылығы етәксеһе Гүзәл Миневәзир ҡыҙы, туғандары hәм урындағы халыҡ хупланы.

— Минең атайым Ғәбделйәмил Закир улы Арыҫланов 20 йылдан ашыу Дим урмансылығында урмансы булды. Өлкән  ағайым Дамир институтты тамамлағандан һуң, Михайловка участок урмансылығында эшләне. Был минең hөнәр һаулауымда ҙур йоғонто яһаны. Улар арҡаһында мин урмансы булдым. Ағайымдың «Пирамида тирәктәр үҫтереү» темаһы буйынса диплом эшен яҡшы хәтерләйем. Был матур hәм, тәү ҡарашҡа, сәйер уҡ кеүек юғарыға үрләгән ағас үҫентеләрен Бишбүләк районына беренсе тапҡыр беҙҙең ағайыбыҙ алып ҡайтты. Уның тәбиғәткә мөхәббәте сикһеҙ була: уға урмандағы hәр ағас таныш, ул уларҙың сәскә атыуы күрә, матур миҙгелдәрҙе күҙәтә, фотоға төшөрөп ала, бер һүҙ менән әйткәндә, тирә-яҡтағы матурлыҡты күрә белә.

— 2020 йылда, 60-сы йәшендә, ағайым етди ауырып китте. Врачтар көсһөҙ ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уны юғалттыҡ. Ошо ҡайғынан һуң мин ата-әсәйемдең йорто ҡаршыһында уның иҫтәлегенә ағастар ултыртырға ант иттем. Оҙаҡ уйлап тормаҫтан, был алма ағастары булыр, тинем, сөнки ул уларҙы бик яратты, алмаларҙы киптерҙе, алма һуты әҙeрләне, - тип уны иҫкә ала яҡындары. 

Ата-әсә йорто ҡаршыһындағы 16 сутый майҙан ер участогы ташландыҡ хәлдә була. Бер йыл элек уны Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең муниципаль милкенә рәсмиләштерәләр. Барлыҡ кәрәкле әҙерлек эштәрен башҡаралар: участокты сүп-сарҙан таҙарталар, ерҙе эшкәртәләр, ете тиҫтә ныҡлы имән бағана ултыртып, таҡта менән әйләндереп алалар. Альмир Арыҫланов, Флүр Арыҫланов, Әхнәф Усманов, Рузил Нурғәлиев, Фәтих Фәридунов, Сәйфулла Камалетдинов, Илдар Миhранов, Рөстәм Ғимранов, Зилүр Гафуров актив ҡатнаша. Урындағы халыҡ яңынан Арыҫлановтарҙың емеш ағастары ултыртыу идеяһын актив рәүештә хуплай. Был барыһында да яҡшы кәйеф hәм ауылдаштарға ярҙам итеү теләге уята. Шуға күрә билдәләнгән көндә иртә таңдан өмәгә ауыл халҡы күп йыйылғайны. Шунан һуң үҫентеләр ултыртыу башланды: дөйөм эшкә hәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. 63 алма hәм груша үҫентеләре Баҡалы районынан килтерелгән. Ә бына 38 зәңгәр шыршы үҫентеһен Альмир Арыҫланов үҙ баҡсаһында үҫтергән. Ир-аттар алмағас ултыртһа, ҡатын-ҡыҙҙар ҡойма ағартты. Барлыҡ эштәрҙән һуң, һәр кемде ҡайнар тәмле аш көтә ине. Әлеге парк Арыҫлановтар ғаиләһе өсөн яңы изге йоланың башы буласаҡ, ул оҙаҡ йылдар буйы  ҡәҙерле кешеләре тураһында иҫкәртеп торасаҡ. Сөнки кеше, башҡалар уны хәтерҙәрендә тотҡансы, йәшәй.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотолары.

Бында алма баҡсаһы буласаҡ
Бында алма баҡсаһы буласаҡ
Бында алма баҡсаһы буласаҡ
Бында алма баҡсаһы буласаҡ
Автор:
Читайте нас