Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

118 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып бара. 

118 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла118 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла
118 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

 Әлеге ваҡытта министрлыҡ дөйөм 41,5 миллиард һум инвестиция күләме менән 118 инвестиция проекты, шул иҫәптән юл буйы сервисын үҫтереү өлкәһендә - 12 миллиард һумлыҡ  99 проект, сауҙа һәм склад логистикаһы өлкәһендә дөйөм 29,5 миллиард һумлыҡ 19 проект өсөн яуаплы.

      Үткән  йыл тармаҡҡа булышлыҡ итеү йәһәтенән сауҙа өлкәһе төп йүнәлештәрҙең береһе булды. Сауҙа инфраструктураһын үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәтен арттырыу маҡсатында сауҙа-күңел асыу өлкәһе объекттарын, күмәртә-логистика инфраструктураһын төҙөү буйынса проекттар республика иҡтисадын үҫтереү өсөн перспективалы инвестиция эшмәкәрлеге йүнәлештәренә индерелгән. Улар өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы сараларының бөтә комплексын - һалым ташламаларын, ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыуҙы, инженер һәм транспорт инфраструктураһына сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға субсидиялар алыуҙы ала.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 
118 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла
118 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла
Автор:
Читайте нас