

Бөгөн Туймазы ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр ижады һарайында XXV Төбәк-ара «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының төбәк этабы уҙҙы. Унда ун ике райондан (Бәләбәй, Бишбүләк, Баҡалы, Йәрмәкәй, Миәкә, Саҡмағош, Шаран, Туймазы, Октябрьский һ.б.) уҡыусылар ҡатнашты.
«Урал батыр» – йыл һайын уҙғарылыусы, мөһим конкурстарҙың береһе. Сәсәндәр мәктәбен үҫтереү, үҫмер быуында эпосты өйрәнеүгә һәм популярлаштырыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсатында ойоштролған конкурс быйыл 25-се тапҡыр уҙғарыла.
Беҙҙең Бишбүләк районы исеменән конкурста Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары сығыш яһаны. Бәйгелә һынау тотоусылар ике номинация буйынса ярышты: «Яңғыҙ башҡарыу» һәм «Өҙөк сәхнәләштереү».
Һәр ике номинацияла ла лайыҡлы сығыш яһанылар.
Яңғыҙ башҡарыуҙа 3-сө класс уҡыусыһы Лияна Халикова призлы урын алды. «Өҙөк сәхнәләштереү»се командала Батраев Байрас, Буранғолова Самирә, Муллағолов Алмаз, Сәфәрғәлиева Радмила сығыш яһаған. Уҡыусыларҙы был мөһим сараға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөләмзә Мөхәрәм ҡыҙы әҙерләгән.
Мәшһүр ҡобайырҙы яттан һөйләү буйынса беҙҙеңуҡыусылар командалар араһында лайыҡлы сығыш яһап, 1-се урын алған.
- Ярыш сәмле барҙы, сәхнә килешле биҙәлгәйне. Беҙ уҡыусылар менән “Сәйфелмөлөк” әкиәтенән тамаша әҙерләгәйнек. Ҡыҙ һәм малайҙар көн дә репетицияға йөрөнөләр, костюмдарҙы ла бергәләп әҙерләнек. Әҙерләнеү өсөн ваҡыт самалы булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар үҙ ролдәрен бирелеп уйнаны, сығышыбыҙ уңышлы булды, - ти, төркөм етәксеһе Сөмбөл Алламорат ҡыҙы.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.