Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә ташламалар һәм социаль гарантиялар

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә ташламалар һәм социаль гарантияларКонтракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә ташламалар һәм социаль гарантиялар
Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә ташламалар һәм социаль гарантиялар
  • Ҡатнашҡан осраҡта дөйөм сумма айына 204 мең һумдан башлана. Шул иҫәпкә 33 мең һумдан башланған аҡсалата түләү, бер тәүлеккә тәғәйен 4240 һум, хәрби вазифа буйынса айына ике оклад (40–70 мең һум) инә.  
  • Бер йылға һәм унан күберәк ваҡытҡа контракт төҙөгән осраҡта 195 мең һум күләмдә бер тапҡыр бирелгән түләү ҡаралған.  

 

Айырым ҡаҙаныштар өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған 

  • 8000 һум – әүҙем һөжүм хәрәкәттәре осорондағы һәр тәүлек өсөн; 
  • 50 000 һум – штурм отрядтары составында алға табан барған һәр километр өсөн; 
  • 1 миллион һум – Leopard, Abrams, Challenger танктарын, HIMARS ҡорамалын алған өсөн; 
  • 500 мең һум - Leopard, Abrams, Challenger танктарын юҡ иткән өсөн; 
  • 300 мең һум - HIMERS, “Нөктә-У” ҡорамалдарын юҡ иткән өсөн; 
  • 200 мең һум – вертолетты юҡ иткән өсөн; 
  • 50 мең һум – башҡа төрлө хәрби ҡорамалды юҡ иткән өсөн; 
  • 3 миллион һум – яраланыу (контузия, йәрәхәт) осрағында; 
  • 14 миллион һумдан ашыу – яугир һәләк булған осраҡта ғаиләһенә страховка түләүе (12,4 миллион һумы – РФ Оборона министрлығынан, 2 миллионы – Башҡортостан етәкселегенән бер тапҡыр түләнгән матди ярҙам).  

 

Ниндәй ташламалар һәм гарантиялар ҡаралған 

  • 20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң пенсияға сығыу хоҡуғы; 
  • Хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы һәм шуға ярашлы льготалар (ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә ташламалар, уңайлы мәлдә отпуск алыу һ.б.); 
  • хәрби-медицина учреждениеларында бушлай тикшерелеү, дауаланыу һәм реабилитация курсы үтеү; 
  • дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителеү; 
  • хәрби кәрәк-яраҡ, кейем менән тәьмин ителеү; 
  • өс тапҡыр бушлай туҡланыу; 
  • алты айға бер тапҡыр ике аҙналыҡ түләүле отпуск; 
  • федераль бюджет иҫәбенә ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау; 
  • кредит һәм һалым каникулы; 
  • балаларға юғары уҡыу йортона ингәндә бюджет урындары; 
  • балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында бушлай ял; 
  • яраланған (йәрәхәт алған) һәм вафат булған осраҡта страховка түләүҙәре; 
  • реабилитация һәм адаптацияға ҡағылышлы социаль программа (эшкә урынлаштырыу һәм торлаҡ биреү); 
  • тупланма-ипотека системаһы аша Рәсәй Оборона министрлығы иҫәбенә шәхси торлаҡ алыу; 
  • хеҙмәт урынынан торлаҡ йәки ҡуртымға алынған торлаҡ өсөн түләү.  

 

Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? 

Берҙәм белешмә телефоны: 117 

Ситуация үҙәге 122 йәки +7 (347) 218-19-19 

БР Хәрби комиссариатының һайлап алыу пункты: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, +7 (347) 248-29-31 

“Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисы 

Сайт: башбат.рф 

Телеграм мессенджерындағы контракт буйынса хеҙмәт, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары буйынса чат-боттар: t.me/contractRBBot һәм t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot 

Башинформ.

Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә ташламалар һәм социаль гарантиялар
Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә ташламалар һәм социаль гарантиялар
Автор:
Читайте нас