

Әле бына ошо көндәрҙә һәйкәл әҙер булып, Илсеғол ауылына килтерелгән. Уны асыу сараһы 11 июнгә планлаштырылған. Легендар атҡа һәйкәл асыу тантанаһы 10.00 сәғәттә башлана, артабан концерт, бәләкәй һабантуй, төрлө милли уйындар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, йәрминкә ҡаралған. Шулай уҡ ошо көндә ауыл халҡы алдында Стәрлетамаҡ дәүләт драма теары артистары Мөнир Ҡунафиндың "Ҡорос. Яугир ат яҙмышы" әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде күрһәтәсәк.
Керчь - Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Берлинғаса данлы юл үтеп, тыуған яғына ҡайта алған берҙән-бер ат. Уны йәнтөйәгенә ҡайтарыуға рөхсәт итеү тураһында бойороҡҡа маршал Буденный үҙе ҡул ҡуя.
Фотолар: vk.com/id583492105
https://bashgazet.ru