

Бишбүләк ауылының Балалар ижады үҙәгендә Пионер ойошмаһының 101-йыллығы уңайынан "Пионер иленә сәйәхәт" тигән квест-уйын ойошторолдо. Унда районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнашты.
Малай һәм ҡыҙҙарға заданиелар бирелде, улар пионер ойошмаһының тарихын иҫкә алды, шифр буйынса закондарҙы уҡыны, ребустар систе һәм спорт ярыштарында ҡатнашты. Барыһынан да бигерәк, пионер галстугын бәйләү һәм музыкаль конкурс ҡайһы берәүҙәргә ауырлыҡ тыуҙырҙы.
Һәр ярыш өсөн ваҡыт бүленгәйне. Ә һәр заданиены үтәгән өсөн командлар пазлдар алды, барлыҡ этаптарҙы үткәндән һуң, дөйөм һүрәт йыйылды. Һәр команда алдынғы булырға ынтылды. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса, 1-се урын Бишбүләк 2-се мәктәбенә бирелде, 2-се урынға Бишбүләк 1-се мәктәбе командаһы һәм 3-сө урынға Баҙлыҡ мәктәбе командаһы сыҡты.
https://vk.com/public144264663