Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Йылан эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...

Өфө районының Нагаево ҡасабаһындағы шәхси йорт баҡсаһында ошондай ҙур йылан тапҡандар. Уларҙан ҡотолоу серҙәре тураһында аҫтағы һылтанмаға инеп таныша алаһығыҙ.

Йылан эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...Йылан эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...
Йылан эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...

Туҙбаштың оҙонлоғо бик булһа метр тирәһе. Быныһының оҙонлоғо, һүрәттән күренеүенсә, өс метрҙайҙыр. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тиҙәр, әллә шулай тойоламы ғына икән? Уларҙан ҡотолоу серҙәре тураһында аҫтағы һылтанмаға инеп таныша алаһығыҙ.

* Йылан эйәләшмәһен өсөн ҡараңғы, һалҡын урындарҙы яҡшылап бикләп ҡуйырға кәрәк. Баҡсала бөжәк, кимереүсе, ҡош йомортҡалары күп булған ергә улар эйәләүсән була. Ҡараңғы урындарға, тиреҫ өйөмөнә, кәбән, сүп-сара араһына, ҡыуаҡ-ағас күп булған урынға оялай.

Баҡсаға эйәләшкән йыландарҙан нисек ҡотолорға? Ҡойма буйына һарымһаҡ, гәрсис сәсергә була, яндырылған резина еҫен дә яратмай был һөйрәлеүсе. Нафталин, селитра, гербицид, солярка еҫен дә яратмай.

* Улар тауыштан ҡурҡа. Шуға ла өй тирәһенә, баҡсағыҙға гел тауыш сығарып торған берәй әйбер элегергә кәрәк.

* Кәрәсин яратмайҙар икән. Уны һыу менән ҡушып, кәртә буйҙарына буйына һибегеҙ.

* Йылан эйәләшмәһен өсөн баҡсаны тәртиптә тоторға, ағастарҙы һирәкләтеп киҫеп, үләндәрҙе сабып торорға кәрәк. Махсус сауҙа урындарында биологик препарат һатып алып төтәтергә мөмкин:  еҫе уларҙы ҡурҡыта. Йыландарҙан терпеләр яҡшы һаҡлай.

kungak.ru

Йылан эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...
Йылан эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...
Автор:
Читайте нас