Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Рәсәйҙән һәм сит илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә

26  майҙа Сибайҙа  бишенсе «Урал аръяғы – 2023» Бөтә Рәсәй инвестиция форумы башлана. 

Рәсәйҙән һәм сит илдән ҡунаҡтар килеүе көтөләРәсәйҙән һәм сит илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә
Рәсәйҙән һәм сит илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, уның дауамы булараҡ 27 майҙа Айғырбатҡан ауылы янындағы майҙанда «Урал аръяғы – 2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк.

Байрамда федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары вәкилдәре, тотош Рәсәйҙән һәм сит илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

Байрам килгән ҡунаҡтарҙы милли үҙенсәлек менән таныштырыу, халыҡ йолалары, аш-һыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеүҙе, милли ризыҡтарыбыҙҙан ауыҙ иттереүҙе, үҙешмәкәр ижадты һәм спорт уйындарын үҫтереүҙе маҡсат итә.

Байрам концерты ҡаралған, майҙанда ҡоролған тирмәләрҙә башҡорт халҡының боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, үҙенсәлекле кәсептәрен күрергә мөмкин буласаҡ.

Һабантуй программаһында ат сабыштары, милли көрәш, гер спорты, волейбол һәм мини-футбол, грэпплинг, армреслинг һәм башҡа ярыштар, төрлө халыҡ уйындары буласаҡ.

Һабантуй майҙанында сауҙа предприятиелары, эшҡыуарҙар һатыу итәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы һабантуй яланында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.

oskon.info

 

 

Рәсәйҙән һәм сит илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә
Рәсәйҙән һәм сит илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә
Автор:
Читайте нас