Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Оҫталыҡ дәрестәре үтте

«Биш бүләк» этно оҫтахаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме – һаҡал эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. 

Оҫталыҡ дәрестәре үттеОҫталыҡ дәрестәре үтте
Оҫталыҡ дәрестәре үтте

Борон-борондан башҡорт халҡы биҙәү әйберҙәренә ныҡ иғтибар иткән. Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында беләҙек, сулпы, ҡашмау, селтәр, һаҡал һәм башҡа биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныусылар артты. Районыбыҙҙа үткән төрлө милли байрамдарҙа ла халҡыбыҙҙың биҙәү әйберҙәрен таҡҡан гүзәл заттарҙы хәҙер йыш осратырға мөмкин. 

Йома көндә, йәғни 19 майҙа «Биш бүләк» этно оҫтахаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме – һаҡал эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Был сара Бишбүләк районын социаль үҫтереү шәфҡәтлелек фонды иҫәбенә ойошторолдо. 

М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейы хеҙмәткәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәт рәссамы, «Ҡашмау» берекмәһенең етәксеһе Гүзәл Рәйес ҡыҙы Мостафина түшелдеректең тарихы һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тормошонда уның әһәмиәте тураһында һөйләне.

- Милли биҙәүестәр халҡыбыҙҙың йәшәйешен, матурлыҡ тураһындағы ҡарашын сағылдырған, яман күҙҙән һаҡлау, биҙәнеү, ҡупшыланыу маҡсатында ҡулланылған. Башҡорттарҙа һаҡал-түшелдеректәрҙең бер нисә төрө бар, уны тығыҙ буҫтауҙан тегеп, көмөш тәңкә, ынйы, аҡыҡ, мәрйен менән семәрләп, селтәрләп теккәндәр. Бөгөнгө көндә иһә стилләштерелгән түшелдеректәр популярлыҡ яулай, бының менән беҙ үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ, - тине ул. 

Артабан Гүзәл Мостафына милли биҙәүесте яһау нескәлектәрен өйрәтте. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм башҡалар  боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан шөғөлө булған эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк менән тотондо. Һәр кем бирелгән материал, сәйлән-тәңкәне ҡулланып, мини-түшелдерек тегеп ҡараны. Шуныһы ҡыуандыра, был шөғөл йәш быуынды ла ҡыҙыҡһындыра. Тик күҙҙең яуын алыр һаҡал, селтәр, түшелдеректәр эшләү, белеүегеҙсә, түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Бындай осрашыуҙар тағы буласаҡ әле, сөнки бер ултырыуҙа  ғына барыһына ла ирешергә мөмкин түгел.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Автор фотолары.

Оҫталыҡ дәрестәре үтте
Оҫталыҡ дәрестәре үтте
Оҫталыҡ дәрестәре үтте
Оҫталыҡ дәрестәре үтте
Оҫталыҡ дәрестәре үтте
Автор:Гумерова Л
Читайте нас