Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Баҡсасыға кәңәштәр

Күнәкләп помидор алыу өсөн биш кәңәш: ергә ултыртырға 2-3 көн ҡала үҫентеләрҙең аҫҡы 2-3 япрағын өҙөгөҙ.

Баҡсасыға кәңәштәрБаҡсасыға кәңәштәр
Баҡсасыға кәңәштәр

1. Тупраҡҡа сығарып ултыртырға 2-3 көн ҡала үҫентеләрҙең аҫҡы 2-3 япрағын өҙөгөҙ.


2. Күсереп ултыртҡанда соҡорға бер аҙ көл һалыу мөһим.

3. Үҫентеләр тиҙ уңыш бирһен өсөн сәскә атҡанда бор кислотаһы менән ҡойондороғоҙ (10 литр һыуға 5 грамм иҫәбенән).

4. Үҫентеләр тиҙ һәм ныҡ булып үҫһен өсөн йод ҡатнашмаһы һибегеҙ.
Бының өсөн 3 литр һыуға 1 тамсы йод тамыҙығыҙ. Шуны һипкәндән һуң помидорҙар эрерәк булыр.

5. Йод шулай уҡ помидорҙы фитофторанан һаҡлай. Бының өсөн бары бер нисә тамсы йод һәм 250 грамм һөт кирәк. Шуларҙы 1 литр һыу менән ҡушып болғатығыҙ һәм помидорҙарға һибегеҙ.

https://ejansura.ru
Баҡсасыға кәңәштәр
Баҡсасыға кәңәштәр
Автор:
Читайте нас