

Кәрәк буласаҡ: 2 – 3 литр һөт, 1 – 1,5 килограмм эремсек, 3 – 4 йомортҡа (йорт тауыҡтарыныҡы булһа, сырҙың төҫө һарыраҡ була), 150 – 200 грамм һыйыр майы, самалап тоҙ, ике балғалаҡ (уртаса өйөп кенә) сәй содаһы, кәрәк тип тапһағыҙ, 1 уртаса баш һарымһаҡ.
Эш барышы:
1. Ҡалын төплө кәстрүл йә суйын ҡаҙан. Мин 7 литрлы ҡаҙанда эшләйем.
Һөт ҡояһығыҙ.
2. Ҡайнап сыҡҡансы, эремсек һалығыҙ.
3.Талғын утта һалмаҡ ҡына болғатып, йәшел һыуы айырылып сыҡҡас, 3 минут тотаһығыҙ ҙа, һөҙгөс сүмескә һалып һөҙәһегеҙ.
4. Эремсек һарҡҡан арала, ҡаҙан төбөнә 200 грамм аҡ май һалып, эретә тораһығыҙ.
5. Һөҙгөс сүмес өҫтөндәге эремсек өҫтөнә һарымһаҡты ҡырып һалһағыҙ ҙа ярай.
6. Йомортҡаларығыҙҙы алдан яҡшылап бер һауытта бутап ҡуйығыҙ.
7. Ҡаҙандағы эреткән май өҫтөнә эремсекте һалаһығыҙ, төйгөс менән (тишекле картуф төйгөс) иҙгеләргә май менән бергә. Сәй содаһын һалығыҙ, ул күпереп китә.
8. Тәменсә ҡарап тоҙ һалығыҙ. Миңә аҙ тоҙлоһо оҡшай. Дөбөр-шатыр бутарға кәрәк талғын ут өҫтөндә, бер тоташ массаға әйләнгәнсе.
9. Уттан алабыҙ. Йомортҡаларығыҙҙы өҫтәгеҙ, иҙә-иҙә, тиҙ-тиҙ болғатығыҙ яҡшылап.
10. Тағы талғын утҡа ҡуйырға. 10 минутлап (йомортҡалары бешһен) тағын талғын ут өҫтөндә, туҡтауһыҙ иҙеп, болғатығыҙ.
Тоҙон белер өсөн ҡабып ҡарағыҙ. Өҫтәргә һуң түгел. Артабан литр ярымлы эмаль табаҡҡа һалам, ситтәрен салфетка менән генә көнбағыш майы менән майлайым, аҙаҡ сырҙы кире төшөрөргә еңел була. Мөмкин шыптыр ҡапсыҡҡа һалырға. Төрлө формаға әйләндерергә була.
Ирина Хәмиҙуллина.
Сығанаҡ һәм фото: “Ватандаш” журналы.