Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Бишбүләк мәсете янында мәрхүм булған граждандарҙың туғандарына hәм яҡындарына тейешле ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн төкәтмә төҙөлә.

Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Бишбүләк мосолмандары араһында мәсет янында мәрхүм булған граждандарҙың туғандарына hәм яҡындарына кәрәкле ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн яҡшы йыhазландырылған төкәтмә төҙөргә кәрәклеге тураһында күптән һөйләйҙәр ине.

Һәм, ниhайәт, был эш туҡтап ҡалған урынынан ҡуҙғалды.

— Апрель аҙағында беҙҙең актив мәхәллә ағзалары мәсет территорияһында өмә үткәрҙе, — ти мәсеттең имам-хатибы мөхтәсиб Фәрит Хәйретдинов. -  Барлыҡ ағастарҙы тәртипкә килтерҙек, киҫтек hәм ағарттыҡ, уҙған йылғы сүп-сарҙы йыйыштырҙыҡ hәм буласаҡ төкәтмә урынын билдәләнек. Был 6х6 метрлы капиталь ҡоролма буласаҡ. Беренсе эш итеп буласаҡ бинаның нигеҙен ҡаҙып сығарҙыҡ. Фундамент өсөн 22 блок һатып алдыҡ. Бер КамАЗ ҡырсынташ, ҡом hәм 60 тоҡ цемент, шулай уҡ стеналар күтәреү өсөн шлакоблоктар

килтерелде. Барлыҡ финанс сығымдары дин тотоусыларҙың ярҙамы  иҫәбенә башҡарыла. Уны беҙ хәйер, тип атайбыҙ. Иҙәнгә һәм  түшәмгә тимер-бетон плитәләр һатып алырға планлаштырабыҙ.

Төҙөлөш мәсьәләләрен яҡшы белгән hәм төҙөлөш эштәрен алып барыуҙа ҙур тәжриәбәгә эйә булған Ф.А.Хәйретдинов алда торған

ҙур күләмдәге эштәргә оптимистик ҡарашта тора. Ул район хакимиәтенең hәм, әлбиттe, иғәнә ярҙамдарнына өмөтләнә. Мосолмандарҙан взностар әлеге изге эшкә инде килә башлаған.

— Мин үҙем төҙөлөш-монтаж эштәренең прорабы буласаҡмын. Yҙ ваҡытында миңә тағын да мөhимерәк социаль hәм хужалыҡ объектта-

ры төҙөргә тура килде. Туҡһанынсы йылдар аҙағында үҙ бригадам менән әлеге район үҙәге мәсетен төҙөнөк, — ти Фәрит Ахунйән улы. — Шуға күрә төҙөлөш тәжрибәм онотолмаған, hәм хәҙер файҙаһы тейергә  мөмкин. Минең уң ҡулым бригадир Наил Салауатов буласаҡ. Төҙөүселәр hәм ярҙамсы хеҙмәткәрҙәр бригадаһы нигеҙ һалыу эштәрен башланы инде. Көҙгә, яҡынса Республика көнөнә, беҙ барлыҡ төҙөлөш эштәрен бөтөрөрбөҙ, тип уйлайым. Ләкин бының өсөн бик тырышырға кәрәк буласаҡ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Автор:
Читайте нас: