Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Йылы осрашыуҙар булып торһон

Бөтә Рәсәй «Музейҙар төнө» акцияһы сиктәрендә аҙнайҙар Туҡһанбай ауылындағы М.Аҡмулла исемендәге музейҙа булды. 

Йылы осрашыуҙар булып торһонЙылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон

Был аҙнала илебеҙҙә Бөтә Рәсәй «Музейҙар төнө» акцияһы үтте. Быйыл ул  «Тарих һәм тарихтар» тип исемләнгәйне. Аҙнай ауылы китапханаһы ла был мөһим сараға ҡушылды.

Апрель айында Туҡһанбай ауылының һәүәҫкәр артистары Аҙнай китапханаһында концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы тигәндәй, хәҙер улар аҙнайҙарҙы үҙҙәренә саҡырҙы. Бер төркөм китап уҡыусылар М. Аҡмулла исемендәге музейҙа булды.

Музей хеҙмәткәре Лира Миҙхәт ҡыҙы «Уҙған йылдарҙан тере хәтер» тигән күргәҙмә менән таныштырҙы, бында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәм тыл хеҙмәтсәндәренең фотолары ҡуйылғайны. Артанбан музей директоры Миләүшә Ғәйнетдинова Сафар, Туҡһанбай ауылының уҡытыусылары һәм остаздарына арналған «Һүҙ - иҫкән ел, аҡыл - гәүһәр, күңел – даръя» исемле презентация уҙғарҙы.

Аҙнайҙар ҙа йырлы-моңло күстәнәс әҙерләп алып килгәйне. Бөйөк Ватан һуғышы темаһына бәйле шиғырҙар, йыр-бейеүҙәр һәммәһен дә тулҡынландырмай ҡалмағандыр. Был көндә Миләүшә Таһир ҡыҙы шулай уҡ бөйөк мәғрифәтсе, шағир  М. Аҡмулланың ижады һәм тормошо тураһында һөйләне. музейҙағы экспонаттар менән таныштырҙы. "Музей төнө 2023" акцияһы күмәкләшеп «Уҡытыусыма» (М.Кәрим һүҙҙәре, муз. А.Ҡобағошов) йырын башҡарыу менән тамамланды.

“Аҙнай ауылы китапханаһы” сайтынан.

Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Автор:
Читайте нас