

Ғаилә аҙналығы сиктәрендә Бишбүләк районы Ғаилә хеҙмәте Украина ерендә барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең туғандары һәм балалары өсөн тәбиғәт ҡосағында ысын ял ойошторҙо.
Бер төркөм балалар Бишбүләктәге Игорь Николаев исемендәге шишмә янына походҡа барҙы. Бында улар кинәнеп күңел асты, төрлө уйындарҙа ҡатнашты һәм тәмле бутҡанан ауыҙ итеп, үлән сәйе эсте.
Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Александр Леонидович етәкселегендә сығыш яһаусы егеттәр гитарала уйнап байрамға йәм өҫтәне. Был сарала ҡатнашҡан балаларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.
Байрамды юғары кимәлдә ойоштобашлығы Семенов Александр Александровичҡа, Андреев Александр Леонидовичҡа рәхмәтлебеҙ.
https://vk.com/podsl_bizh