Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Беренселәр өсөн байрам

Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә "1 класс менән хушлашыу" байрамы үтте

Беренселәр өсөн байрамБеренселәр өсөн байрам
Беренселәр өсөн байрам

Байрамға уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә саҡырылғайны. Малай һәм ҡыҙҙар гүйә әле генә мәктәпкә аяҡ баҫҡайны, бер йыл үтеп тә киткән. 1 сентябрҙә тәүге тапҡыр мәктәпкә аяҡ баҫҡан кескәйҙәр үҙҙәренең тәүге уңыштары менән уртаҡлашты, алған белемдәрен күрһәтте, дәрестәр буйлап сәйәт итте.

Беренселәрҙе класс етәкселәре Зилә ҡыҙы Мөхәрәм ҡыҙы Әхмәҙуллина йыл дауамында бик күп нәмәгә өйрәткән, әле лә улар илһамланып шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы.

Байрам һуңында һәр уҡыусы үҙенең беренсе дипломын -  1-се класты тамамлауы тураһында таныҡлыҡ алды. Күркәм сара өҫтәл артында сәй эсеү менән тамамланды. Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып таралышты.

Кескәй малай һәм ҡыҙҙар киләсәктә тағы ла тырышып уҡырҙар, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырҙар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

https://vk.com/public210652587

 

Беренселәр өсөн байрам
Беренселәр өсөн байрам
Автор:
Читайте нас