Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙә ҡунаҡта - виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов

“Башбүләк этно тирмәһе”ндә ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды.

Беҙҙә ҡунаҡта -  виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов
Беҙҙә ҡунаҡта - виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов

Башҡорт милли уйын ҡоралы – ҡумыҙҙы  элек-электән халыҡ араһында ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар уйнай торған уйын ҡоралы тип ҡарағандар. Ысынлап та, ҙур йыйындарҙа, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа ир-ат йышыраҡ ҡурай тартһа, ҡан, ҡатын-ҡылҡумыҙ сирткән.
Бөгөн иһә ҡумыҙҙа уйнаусы ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар араһында ла байтаҡ. Был уйын ҡоралы барыһының да күңелен берҙәй яулап алды. Был көндә оҫталыҡ дәресенә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Айыт, Ҡаныҡай, Ҡасҡын мәктәбе уҡыусылары һ.б. килгәйне. Кемдәрҙең был уйын ҡоралын яңы ғына ҡулына алһа, икенселәр инде ярайһы көй сығара ала ине. Нимәгәлер өйрәнеү  өсөн йәш сик түгел, тиҙәр, оҫталыҡ дәресенә килеүселәр араһында 77 йәшлек  ир-ат та бар ине.

Бығаса беҙҙең районда бер нисә тапҡыр булған виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдеғәфүр Миңләхмәт улы үҙенең сығышын ғаиләһе менән таныштырыуҙан башланы, был уйын ҡоралына ҡыҙыҡһыныуы ҡасан уяныуы тураһында һөйләп үтте.

- Мин ишле ғаиләлә тыуып үҫтем, ун бер туғаным араһында иң кесеһе инем, Ата-әсәйем ғүмере буйы йыр-моңдан өҙөлмәне: атайым гармунда уйнаһа, әсәйем мандолинала һәм ҡумыҙҙа уйнай белә ине. Улар минең артист булыуымды теләмәне, шулай ҙа был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем. Бөгөнгө көндә Х.Әхмәтов исемендәге филармонияла эшләп йөрөйөм, - тине ул.

Ҡумыҙ башҡа халыҡтарҙа ла киң таралыу алған. Миңдеғәфүр Зәйнетдинов был уйын ҡоралының астма, бронхит кеүек сирҙәрҙән файҙалы булыуын телгә алды. Артабан ул үҙе алып килгән төрлө ҡумыҙҙар менән таныштырып үтте: ҡыл-ҡумыҙ, ағас һәм тимер ҡумыҙ, “тараҡ-ҡумыҙ”, тирмән ҡумыҙ һ.б. Һәм әлбиттә, оҫта башҡарыусы булараҡ, башҡорт милли көйҙәрен уйнап күрһәтте. Ә икенсе милли уйын ҡоралы - һорнайҙа “Шайморатов генерал” йырын башҡарғанда, һәммәһе лә уға йыр менән ҡушылды.

Оҫта музыкант, ҡумыҙ сәнғәтен таратыуға, үҫтереүгә бар көсөн һалған Миңдеғәфүр Зәйнетдинов әле лә уҡыусыларҙы уйын ҡоралында уйнау серҙәренә өйрәтте. Һәр баланы дәртләндереп, айырым-айырым  шөғөлләнде. Эйе, оҫта итеп ҡумыҙҙа уйнағанда тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, поезд сапҡан тауыштар, хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була.

Башҡорт тирмәһендә оҫталыҡ дәресендә булған һәр кем күңел күтәренкелеге алғандыр, бындай осрашыуҙар тағы ла буласаҡ әле.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Беҙҙә ҡунаҡта -  виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов
Беҙҙә ҡунаҡта -  виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов
Беҙҙә ҡунаҡта - виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов
Автор:
Читайте нас: