Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Үҙебеҙҙә етештереләсәк

Республикала һөт продукцияһы өсөн биофабрика төҙөргә ниәтләйҙәр. 

Үҙебеҙҙә етештереләсәкҮҙебеҙҙә етештереләсәк
Үҙебеҙҙә етештереләсәк

Башҡортостанда импортты алмаштырыу программаһы буйынса хаҡы 332,98 миллион һумлыҡ һөт әсеткеләре етештереүҙе ойоштороуҙары ихтимал. «Башинформ»ға республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һөт ризыҡтарын етештереү өсөн биофабриканы Баҡалы районында урынлаштырыу планлаштырыла.

Билдәләнеүенсә, әсеткене Рәсәй, шулай уҡ сит ил комбинаттарына оҙатыу ҡарала. Буласаҡ инвестор проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә, шулай уҡ ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ алырға һәм ойошма милкенә һалымдан азат ителергә мөмкин.

Бынан тыш, биофабрикала 40 яңы эш урынын булдырыу көтөлә.

https://www.bashinform.ru

Үҙебеҙҙә етештереләсәк
Үҙебеҙҙә етештереләсәк
Автор:
Читайте нас