Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бөрөлә уйынсыҡ эшләйҙәр

Уны етештереүсе милли проектҡа ҡушылған

Бөрөлә уйынсыҡ эшләйҙәр
Бөрөлә уйынсыҡ эшләйҙәр

Бөрөләге “Спектр” балалар уйынсыҡтарын эшләү буйынса компания “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) һәм “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” программаһында ҡатнаша. Был турала төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында хәбәр иттеләр.  

-Төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиеға производство процесында юғалтыуҙарҙы бөтөрөү һорауҙарында квалификациялы ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт етештереүсәнлеген  күтәреү  алымдарына һәм һаҡсыл производство ҡоралдарына өйрәтеү маҡсаты бар, - ти республиканың иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.  

Компания директоры Андрей Южанин әйтеүенсә, милли проект сиктәрендә производство менән идара итеүҙе оптимәлләштереү, үҫеш потенциалын табыу планлаштырыла. Алдағы осорҙа төбәк үҙәге эсперттары диагностика үткәрәсәк. Был иһә производстволағы “тар урындар”ҙы асыҡларға һәм уларҙы булдырмау юлдарын тәҡдим итергә ярҙам итәсәк.

 Бынан тыш “Спектр” “Башҡортостан аҙыҡ -түлеге” проектының яңы дипломанты булды.

Проектта ҡатнашыу – республика етештереүселәре өсөн төбәк һәм федераль баҙарҙа үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге.

 “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға маҡсатланған. Бизнес өсөн ярҙамға саралар комплексы эшләнгән, шул иҫәптән финанс яҡтан дәртләндереү, предприятие эше буйынса эксперттар консультацияһы. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.

фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

https://bashgazet.ru

Бөрөлә уйынсыҡ эшләйҙәр
Бөрөлә уйынсыҡ эшләйҙәр
Автор:
Читайте нас: