Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Китап-байрам"ына килегеҙ!

26 - 28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап-байрам"ы халыҡ-ара йәрминкәһе үтәсәк! Унда Рәсәй төбәктәренән, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәт, китап магазины ҡатнашасаҡ. 

"Китап-байрам"ына килегеҙ!
"Китап-байрам"ына килегеҙ!

Йәрминкәлә китап нәшриәттәре, радио-телевидение, моделле китапханалар, матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән берлектә балалар һәм үҫмерҙәр баҫмалары "Йәншишмә" гәзите менән "Аманат" журналы ла буласаҡ! Һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы викториналар, мауыҡтырғыс уйындар һәм шашка турниры ойошторасаҡбыҙ. Теләге булған һәр кем шашка буйынса донъя, Рәсәй һәм Башҡортостан беренселеге чемпиондары Илдар Ғиләжев,Асҡар Борханов,Сафия Танһыҡҡужиналар менән үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Ҡунаҡтарҙы иҫтәлекле бүләктәр ҙә көтә. Сара 26 май көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Китап байрамында Башҡортостан Башлығы призына "Урал батыр ерендә йыл китабы", "Тыуған ер тарихы - шиғырҙарҙа" шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, башлап яҙыусыларҙың республика әҙәби конкурстары ла уҙғарыласаҡ. 

Оҫталыҡ дәрестәре, театрлаштырылған тамашалар, уйындар үткәреләсәк. Бүтән төрлө саралар ҙа ҡаралған. Ҡыҫҡаһы, Өфө был көндәрҙә ҙур әҙәби һәм мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк. Килегеҙ, һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

yanshishma.com

"Китап-байрам"ына килегеҙ!
"Китап-байрам"ына килегеҙ!
Автор:
Читайте нас: