Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Маҡсаты - глэмпинг төҙөү

Йәрмәкәй районы эшҡыуары туризмды үҫтерергә ниәтләй. 

Маҡсаты - глэмпинг төҙөү
Маҡсаты - глэмпинг төҙөү

Йәрмәкәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә хакимиәттә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелде. Мәғлүм булыуынса, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, даими уҙғарыла.

Был юлы хакимиәткә Йәрмәкәй районы биләмәһендә глэмпинг асыу тәҡдиме менән Динар Ишмөхәмәтов мөрәжәғәт итте. Урындағы етәкселек эшҡыуарҙың тәҡдимен хуплап сыҡты. Уға глэмпинг объекттарын урынлаштырыу өсөн ерҙе рәсмиләштереү тәртибен аңлаттылар, туризм өлкәһендә грант алыу өсөн конкурста ҡатнашырға тәҡдим иттеләр.

Фото: contenta.info

 

Маҡсаты - глэмпинг төҙөү
Маҡсаты - глэмпинг төҙөү
Автор:
Читайте нас: