Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Азат Бадрановҡа – юғары награда!

Хәбәр ителеүенсә...

Азат Бадрановҡа – юғары награда!
Азат Бадрановҡа – юғары награда!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановты генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, Азат Бадранов үҙ теләге менән уҙған йылдың ноябрендә лейтенант дәрәжәһендә алғы һыҙыҡҡа барырға хәл итте. Әлеге ваҡытҡа ҡарата, вице-премьер һигеҙ ай инде махсус хәрби операция зонаһында, тәүге ярты йыллыҡта Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон составында, ә һуңғы ике айҙа 3-сө армия корпусының сәйәси бүлеге офицеры булып хеҙмәт итә, шулай уҡ республика хәрби хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү, беҙҙең яугирҙәргә гуманитар йөктәрҙе илтеүҙе көйләү буйынса эштәрҙе башҡара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән булдырылды. Награда хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.

Азат Шамил улын ихлас ҡотлайбыҙ!

Фото А. Бадрановтың сәхифәһенән.

https://bashgazet.ru

Азат Бадрановҡа – юғары награда!
Азат Бадрановҡа – юғары награда!
Автор:
Читайте нас: