+14 °С
Болотло
"Иғтибар, балалар!" профилактик акцияһы 22 майҙан алып 9 июнгә ҡәҙәр дауам итә. Был сараның төп маҡсаты - балалар ҡатнашлығында булған юл фажиғәләре һанын кәметеү.
"Дюймовочка " балалар баҡсаһында Бишбүләк районы мәғариф бүлегенең баш белгесе Низамов Ю.С., Бишбүләк районының ЮХХДИ инспекторы Наумов А.И. балалар менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә үткәрҙе. Улар юл билдәләре һәм юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырып, йәйге каникул осоронда кескәйҙәрҙе урамда йөрөгәндә бик иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡырҙы.
https://vk.com/public210640610