Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

«Китап байрамы»нда хәйриә акциялары уҙғарыла

Һәр кем балалар йорттары, дауаханалар, хоспистар, мәктәптәр һәм китапханалар өсөн китаптар тапшыра ала.

«Китап байрамы»нда хәйриә акциялары уҙғарыла
«Китап байрамы»нда хәйриә акциялары уҙғарыла

26-28 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында, «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә, «Китап бүләк ит» һәм «Китаптың яңы тормошо» хәйриә акциялары ойошторола. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Ирек Иманғәлин Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында ошо хаҡта һөйләне.

Һәр кем балалар йорттары, дауаханалар, хоспистар, мәктәптәр һәм китапханалар өсөн китаптар тапшыра ала.

«Махсус йыйыу пункттары асыла. Күп кенә нәшерселәр Өфө хосписына әҙәби йыйынтыҡтар тапшырырға теләк белдерҙе», — тип билдәләне эфир ҡунағы.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, сара Башҡортостан Башлығы булышлығында ВДНХ-ла Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе һәм «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале кеүек ойошторола.

Фестивалдең киске программаһында — артистар Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз башҡарыуында моноспектаклдәр һәм әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу.

Йәрминкәнең көндәлек эше Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре — «Кеше яҙмышы», «Өс таған», «Ал елкәндәр» буйынса нәфис фильмдар күрһәтеү менән тамамлана.

https://www.bashinform.ru

«Китап байрамы»нда хәйриә акциялары уҙғарыла
«Китап байрамы»нда хәйриә акциялары уҙғарыла
Автор:
Читайте нас: