Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәйен үрсетәләр

Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Васильевтар йәйен үрсетеү менән шөғөлләнә.  

Йәйен үрсетәләр
Йәйен үрсетәләр

Балыҡ үрсетеү - бизнестың яңы төрө, шулай булыуға ҡарамаҫтан, безҙең районда ла балыҡсылыҡ тармағын үҙ итеүсе шәхси эшкуарҙар арта бара. Бер нисә ай элек кенә Ҡаныҡай ауылында ғәҙәти булмаған хужалыҡ - йәйен балығы үрсетеү буйынса акваферма асылды.

Бығаса Өфөлә йәшәгән Васильевтар  2017 йылда Ҡаныҡай ауылында төпләнә. Йәш  ғаилә өс бала тәрбиәләй: Йәсминәгә - 8, Сафинаға - 6, ә кескәй Әмиргә 3 йәш. Әсәй кеше бала бағыуҙан тыш, татлы ризыҡтар әҙерләргә ярата, заказ буйынса торттар бешерә. Бер нисә йыл вахта ысулы менән Себерҙә эшләп йөрөгән ғаилә башлығы иһә үҙ бизнесын булдырған.

Зөлфинә һәм Артур Васильевтар яһалма бассейндарҙа балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. Йәш ғаиләне балыҡтың барлыҡ төрҙәренән барыһынан да бигерәк кларий йәйене (клариевый сом) ҡыҙыҡһындыра. Кларий йәйене оҙон мыйыҡлы, Африка һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның сөсө һыуҙарында йәшәгән шыма тәнле, тәңкәһеҙ эре балыҡ.

- Интернеттың файҙалы яҡтары бик күп, мин дә йәйен үрсетеү тураһындағы видеороликтарҙы ҡарап, ҡыҙыҡһынып киттем. Тәүҙә йыл ярым самаһы барыһын да ентекләп өйрәндем. Унан махсус курстарҙа уҡып, сертификат алдым, - тип, үҙ эше тураһында һөйләй йәш эшҡыуар. – Артабан халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә эшһеҙлек буйынса теркәлеп, бизнес-план төҙөнөм һәм уны уңышлы яҡланым.

Йәйен фермаһы булдырыу өсөн йәш ғаилә дәүләттән финанс ярҙамы ала. Кесе бизнес проекты сиктәрендә бирелгән аҡсаға – 350 мең һумға иң тәүҙә бина төҙөлә, артабан йылы иҙәнле бүлмәлә ҙур күләмле һыу һыйҙырышлы һауыттар урынлаштырыла һәм һыуҙың тәғәйен температураһын һаҡлау, уны таҙартыу һәм кислород менән һуғарыу өсөн махсус фильтрҙар һәм башҡа ҡоролмалар ҡайтарыла.

- Эшебеҙҙе уҙған йылдың декабрь айында башланыҡ. Үрсетеү өсөн балыҡтарҙы Октябрскийҙан алып ҡайтабыҙ,  Тәүҙә һынап ҡарау өсөн үҫкәнерәктәрен  алдыҡ. Балыҡ­тарҙы Алтай заводында етештерелгән махсус аҙыҡ менән туҡландырабыҙ, уны Бөгөлмәнән барып алам. Бәләкәйҙәрен көнөнә 4-5, ҙурыраҡтарын 3 тапҡыр ашатабыҙ. Һыу температураһын, циркуляцияны даими күҙәтеп торабыҙ, кислород күләмен контролдә тотабыҙ, - тип,  үҙ эшенең нескәлектәре менән таныштыра Артур Рәшит улы.

Һәр кемдең яратҡан шөғөлө булған кеүек, Артур ҙа электән уҡ балыҡ балыҡ  ҡармаҡларға әүәҫ булған, хәҙер уның күп ваҡыты шәхси хужағында үтә.

-Бер юлы 4000 тирәһе ваҡ балыҡты аквариумдарға ебәрәбеҙ. Әлеге ваҡытта аквафермала 1100 эре балыҡ, 2900 тирәһе селбәрә бар, уларҙы ике-өс аҙна үткәс айырабыҙ. Йәйен балығының уртаса үҫеү ваҡыты - 7-8 ай. Ғәҙәттә, 1-1,5 килограмға еткән йәйендәрҙе һатыуға сығарабыҙ, - ти, йүнсел хужалар.

Балыҡ –иң файҙалы аҙыҡ продукттарының береһе булып тора. Кларий йәйене йылға балығынан айырыла, диетик ризыҡ һанала, ҡылсыҡһыҙ ите тәмле һәм туҡлыҡлы, шуға күрә экологик яҡтан таҙа кларий йәйендәрен һатып алырға теләүселәр артҡандан-арта.  
- Беҙҙең махсус төркөм бар, белмәгәндәребеҙҙе бер-беребеҙҙән һорашабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Шулай уҡ үҙем булдырған “Время рыбы” сайты аша клиенттарым менән аралашам, заказдар ҡабул итәм. Кемдәрҙер йорттан килеп алыуҙы хуп күрһә, икенселәргә үҙебеҙ илтеп бирәбеҙ, - ти, Артур Васильев.

Донъя йөгөн бергәләп тарҡанда ғына, эштәр алға барғанын улар яҡшы аңлай. Ә хыялдар, ниәттәр, пландар ҙур. Артур Рәшит улы киләсәктә районда туризм үҫешеүен хуплай. Дим аша аҫылмалы баҫма һалып, Набережный янындағы көкөртлө-водородлы шишмәгә килеүселәр беҙҙең аквафермала ла булһын ине, тигән теләктә ул.

Эйе, бизнестың был төрө быуанан балыҡ тотоп һатыу ғына түгел инде. Балыҡ үрсетеүҙән килем алғансы, ең һыҙғанып эшләргә кәрәк икәнлегенә инандыҡ. Йәш эшҡыуарҙар әлеге ваҡытта ишек алдында йәнә балыҡ ыҫлау цехы ҡора башлаған. Бер аҙҙан Васильевтар аквафермаһы продукттары ысынлап та һәр хужабикә өҫтәлендә булыр, тип ышанғы килә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Йәйен үрсетәләр
Йәйен үрсетәләр
Йәйен үрсетәләр
Йәйен үрсетәләр
Йәйен үрсетәләр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: