

Өфөлә барған "Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһе баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, мауыҡтырғыс мәғрифәти, мәҙәни, күңел асыу саралары менән йәлеп итә. Бөгөн, 26 майҙа, Совет майҙанындағы лекторийҙа билдәле Рәсәй тележурналисы, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре Тимофей Баженов менән осрашыуға ла кеше бихисап йыйылды. Сара барышында "Ҡырағай тарихтар" ("Дикие истории") китабының исем туйы ла уҙҙы.
- Был китапҡа минең һәм командамдың төрлө илдәр буйлап яһаған сәйәхәт тәьҫораттары тупланды. Башҡортостан тураһында тарихтар был йыйынтыҡҡа инмәне, сөнки ул "Баженов атласы: Башҡортостан" телетапшырыуҙар циклы төшөрөлә башлағанға тиклем үк әҙерләнгәйне. Киләһе китабыма һеҙҙең республика тураһында тәьҫораттар мотлаҡ инер, тип уйлайым, - тине Тимофей Тимофеевич яңы китабы менән таныштырып.
Асыҡ һөйләшеү барышында ул күп кенә күренештәр тураһында фекере менән уртаҡлашты, тыңлаусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе.
- Беҙ йәшәү барышында үҙебеҙгә тиклем йәшәгән быуындарҙың тәжрибәһен үҙләштереп ысын кеше булабыҙ, быға уҡыу аша өлгәшәбеҙ. Китап уҡымаған кеше көтөүҙәге мал хәленә яҡынлаша. Әгәр кеше үҙенең, ғаиләһенең, халҡының, тыуған еренең тарихын белмәй икән, уны ҡойроҡһоҙ маймыл тиергә булалыр. Бөгөн ошонда килеүселәрҙең күп булыуы, ҡыҙыҡһынып тыңлауы китап уҡыусыларҙың булыуы тураһында һөйләй, - тип мөрәжәғәт итте ул иыңлаусыларға.
Тимофей Баженов Башҡортостан тураһында ла фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Мин Башҡортостанға бик күп йылдар элек тәүге тапҡыр килгәйнем. "Баженов атласы: Башҡортостан" телетапшырыуҙар циклын төшөрә башлағас, республиканы үҙем өсөн төрлө яҡлап астым. Тапшырыуҙарҙы әҙерләү барышында һеҙгә йөҙҙән ашыу тапҡыр килергә тура килде. Минеңсә, Башҡортостан - Рәсәйҙең ҡабатланмаҫ төбәге, ынйыһы, тиер инем, - тине ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
https://bashgazet.ru