Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда табип эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙарын законһыҙ рәсмиләштергән

Ришүәт алыусыға ҡарата тикшеренеү эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостанда табип эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙарын законһыҙ рәсмиләштергән
Башҡортостанда табип эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙарын законһыҙ рәсмиләштергән

Сибай төбәк-ара тикшереү бүлеге Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы табибына ҡарата «ришүәт алыу» статьяһында ҡаралғанса был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

БР буйынса МЧС матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдың ноябренән 2023 йылдың ғинуарына ҡәҙәр шикләнелгән кеше, пациентты тикшермәй генә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын законһыҙ рәүештә рәсмиләштергән өсөн 27 мең һум аҡса алған.

Хәҙер шикләнелеүселәр менән енәйәттең барлыҡ шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып барыла.

Башинформ

Башҡортостанда табип эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙарын законһыҙ рәсмиләштергән
Башҡортостанда табип эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙарын законһыҙ рәсмиләштергән
Автор:
Читайте нас: