Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар үҙәгендә – һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау

Акция Рәсәйҙең 85 төбәгенән һигеҙ миллиондан ашыу кешене берләштерҙе.

Иғтибар үҙәгендә – һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау
Иғтибар үҙәгендә – һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 июндә баш ҡалабыҙҙа “Рәсәй һыуы” (“Изге ғәмәлдәр яры”) экологик акцияһы уҙғарыла. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектына ярашлы ойошторола.

Әле был проект илдәге иң ҙур ирекмәндәр экологик проекттарының береһен тәшкил итә. Ул Рәсәйҙең 85 төбәгенән һигеҙ миллиондан ашыу кешене берләштерҙе. Сарала ҡатнашыусылар 10300 һыу ятҡылығын таҙартты һәм туғыҙ миллион тоҡсай сүп-сар йыйҙы. Шул уҡ ваҡытта “Рәсәй һыуы” сүп-сар йыйыу менән генә сикләнеп ҡалмай. Уның йәнә бер мөһим бурысы – экологик ғилем таратыу, халыҡтың экологик белемен арттырыу.

Акция барышында Өфөлә Затон биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһы буйында, “Йылғасы” стадионы эргәһендәге мауыҡтырғыс сара уҙғарыла. Билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тәбиғәтте һаҡлауға битараф булмаған кешеләр, власть органдары вәкилдәре ирекмәндәр менән бергә экологик өмәгә сыға. Программала – конкурстар, викториналар, флешмоб һәм иң яҡшы ҡатнашыусыларҙы бүләкләү.

Сараның ойоштороусылары – Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Өфө һәм баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте.

#национальныепроекты#нацпроекты

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/479287#scroll

Иғтибар үҙәгендә – һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау
Иғтибар үҙәгендә – һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау
Автор:
Читайте нас: