Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәштәр көнөн билдәләү датаһы һәм һабантуйҙар үткәреү тәртибе үҙгәртелде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Йәштәр көнөн байрам итеү датаһын күсереү һәм һабантуйҙар ойоштороуҙың яңы тәртибе тураһында закон ҡабул итте.

Йәштәр көнөн билдәләү датаһы һәм һабантуйҙар үткәреү тәртибе үҙгәртелде
Йәштәр көнөн билдәләү датаһы һәм һабантуйҙар үткәреү тәртибе үҙгәртелде

Быға тиклем 27 июндә билдәләнгән Йәштәр көнө Рәсәй президенты бойороғона ярашлы июндең һуңғы шәмбеһенә күсерелде.

«Шуға бәйле алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тәртибе тураһындағы законға ла үҙгәрештәр индерелде. Йәштәр көнөндә (27 июндә), шулай уҡ уға бәйле байрам саралары уҙғарылған көндә лә хәмер һатыу тыйылғайны. Хәҙер иһә мөһим датаны билдәләгән көндә генә спиртлы эсемлектәр һатырға ярамай. Байрам сараларын ҡайһы көндә (июндең һуңғы шәмбеһендә йәки икенсе көндө) ойоштороуҙы муниципаль берәмектәр 1 июнгә тиклем үҙҙәре хәл итә ала»,—  тип белдерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

Бынан тыш, киләһе йылдан республика ҡалалары һәм райондары һабантуй көндәрен үҙҙәре һайларға мөмкин. Парламент спикеры фекеренсә, яңы тәртип муниципалитеттарға иркен эш итергә мөмкинлек бирергә һәм алкоголгә ҡаршы сикләүҙәрҙе мотлаҡ үтәүгә булышлыҡ итергә тейеш.

https://www.bashinform.ru

Йәштәр көнөн билдәләү датаһы һәм һабантуйҙар үткәреү тәртибе үҙгәртелде
Йәштәр көнөн билдәләү датаһы һәм һабантуйҙар үткәреү тәртибе үҙгәртелде
Автор:
Читайте нас: