Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республикала денге биҙгәгенең тәүге осрағы теркәлде

Башҡортостанда быйыл денге биҙгәген йоҡтороуҙың тәүге осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республикала денге биҙгәгенең тәүге осрағы теркәлде
Республикала денге биҙгәгенең тәүге осрағы теркәлде

«Өфө кешеһе Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡайтҡандың икенсе көнөнә температураһы күтәрелеүгә, башы ауыртыуға зарланып, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән, табиптар уға «денге биҙгәге» диагнозын ҡуйған», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Сирҙе башлыса тропик илдәрҙә йәшәгән серәкәйҙәр тарата. Вирус кешенән кешегә йоҡмай.

Белгестәр Рәсәй төбәктәренә йәки сит илдәргән барыр алдынан төбәктәге эпидемиологик хәл менән мотлаҡ ҡыҙыҡһынырға кәңәш бирә. Ошо хаҡта мәғлүмәтте Роспотребнадзорҙың төбәк сайттарында ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru

Республикала денге биҙгәгенең тәүге осрағы теркәлде
Республикала денге биҙгәгенең тәүге осрағы теркәлде
Автор:
Читайте нас: