Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып

Страховка агенты Гөлнәзирә Ғирфан ҡыҙы Йәрмиеваның бурыстарына кешеләрҙең ғүмерен hәм һаулығын, мөлкәтен, автомобилен, малын страховкалау һәм башҡалар керә

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып

Кешелeр hәр ваҡыт yҙзәрен көтөлмәгән хәүеф-хәтәрҙән һаҡларға тырышҡан, hәм бының өсөн хeзерге ваҡытта страховка килешеүе төҙөргә мөмкин.

Страховкалау етди эш — ул кешене күп хәүефтәрҙә һаҡлай, кешелә билдәле бер  күңел тыныслығы hәм ышаныс тыуа, әгәр бәлә-ҡаза килһә, һаулығын нығытыу йәки зыян күргән мөлкәтен компенсаациялау өсөн аҡсаны тап бына ваҡытында страховка килешеүен төҙөү ярҙамында алырға мөмкин. «Росгосстрах» хеҙмәткәрҙәре теләһә ниндәй hауа шарттарында халыҡҡа төрлө хәүефтәрҙән һаҡланыу төрөн тәҡдим итeр өсөн ашыға. Был ҡатмарлы hөнәрҙе hәр кем үҙен таба hәм тормошҡа ашыра алмай. Потенциаль клиентты күреү, ваҡытында хеҙмәт күрһәтеү өсөн грамоталы hәм белемле, аралашыусан булырға кәрәк.

Уларҙың эше еңел түгел, сөнки бар страховкалаусы ла ентекләп аңлата, донъя мөлкәтен страховкалау кәрәклегенә ышандыра алмай. Һәм әлеге бурыстарҙы Гөлнәзирә Йәрмиева бик яҡшы башҡара. Ул «Бишбүләк» универсаль офисында 2010 йылдың сентябренән гражданлык-хоҡуҡий характерҙағы килешеү буйынса страховка агенты булып эшләй. Хеҙмәт юлының башынан алып ул физик заттарҙың мөлкәтен страховкалау буйынса максималь йыйымдар буйынса агенттар араһында йыллыҡ конкурста «Агент-миллионер» исемен алыуға ирешә. Конкурста еңеүсе булыу өсөн йыл дауамында биналарҙы hәм йорт мөлкәтен страховкалау килешеүҙәрен 1 000 000 һумдан да кәм булмаған дөйөм суммаға рәсмиләштерергә, бер йыллыҡ планыңды үтәргә, яңылышмаҫҡа һәм клиенттарҙан ыңғай һүҙҙәр генә ишетергә кәрәк. Ул инде күп йылдар «Бишбүләк» универсаль офисында hәм башҡа барлыҡ страховкалау төрҙәре буйынса иң яҡшыларҙың береһе булып һанала.

Гөлнәзирә Ғийрфан ҡыҙы Бишбүләк районының Бишбүләк, Сиҙәкбаш, Ҡаныҡай, Мулланур Вахитов, Набережный ауылдарына хеҙмәт күрһәтә. Ул hәр клиент менән бәйләнешкә керә белә. Страховка хеҙмәттәрен тәҡдим итеп кенә ҡалмай, хужалыҡта ла ярҙам итә, алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүсе өлкән йәштәләр өсөн кәрәкле аҙыҡ-түлек hәм дарыу һатып алып ҡайтып бирә, финанс консультациялары күрһәтә.

— Мин ябай эш һөйөүсән ғаиләлә тыуып-үҫтем. Eнием тегенсе булып эшләне, атайым — май заводында. Ҙур хужалыҡ тоттоҡ. Бала саҡтан уҡ беҙҙе эшкә, намыҫлы йәшәргә өйрәттеләр, — ти Гөлнәзирә Ғирфан ҡыҙы. — Бер үҙем ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙем. Ҙурыһы Ғәлиә юғары юридик белемле, кесеһе Алина Өфөлә күп профилле колледжда уңышлы уҡый.

Намыҫлы хеҙмәте, эшендәге уңыштары hәм компания үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн ул күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Бөтә Рәсәй мотивация конкурсында юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн 100 йыл ИФЛ (физик заттар милке) еңеүҙәренә ярашлы номинацияларҙа «Тәжрибәле агент» hәм «Рокфеллер» грамоталары hәм значоктары менән бүләкләнгән, hәм «Росгосстрах» йәмғиәтенең 100 йыллығы уңыйынан рәхмәт белдерелгән.

Илшат ХӘЙРЕТДИНОВ.

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып
Автор:
Читайте нас: