Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

"Иң күп пассажирҙар Бишбүләк-Каменка маршрутында"

«Башавтотранс» предприятиеһы Бәләбәй филиалының Бишбүләк колоннаһы механигы Миңлебай ХИСАМЕТДИНОВ менән әңгәмә:

"Иң күп пассажирҙар Бишбүләк-Каменка маршрутында"
"Иң күп пассажирҙар Бишбүләк-Каменка маршрутында"

— Минебай Миневәли  улы, әйтегеҙ `ле, Һеҙҙең предприятие өсөн эштең төп өҫтөнлөгө ниндәй?

— Беҙҙең коллектив алдында торған төп бурыстар — пассажир транспортының аварияһыҙ эшләүе hәм хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу. Беҙҙең предприятие штатында биш шофер бар. Улар барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы. Уларҙың эшен ябай, тип әйтеп булмай. Бында пассажирҙарҙы уңайлы итеп йөрөтөү, профессионал булыу ғына аҙ, кешелек сифаттары ла бик мөhим — әҙәпле, ярҙамсыл булырға кәрәк. Коллективыбыҙ яҡшы, ныҡлы. Бөгөн предприятие балансында өс урта класлы «Форд транзит» автобусы hәм бер ПАЗ автобусы бар. Предприятие биш ҡала-ара һәм өс ҡала  маршруты хеҙмәтләндерә.

— Автобус маршруттары отошломо?

— Беҙ йәмәғәт транспортының ауыл халҡына күп кенә көнкүреш мәсьәләләрен хәл итeргә  мөмкинлек биреүен бик яҡшы аңлайбыҙ.  Әммә, шул уҡ ваҡытта, автобустар пассажирҙар менән тулы булырға тейеш, әммә пассажирҙарҙың шаҡтай аҙ булыуы күҙәтелә. Әйҙәгеҙ,бергәләп Бишбүләк — Октябрьский — Бишбүләк маршрутына мониторинг яһайыҡ. Көн һайын Бишбүләк — Октябрьский автобусы йөрөй, Бишбүләктән 11.30 сәғәттә, Октябрьскийҙан 12.00 сәғәттә ҡуҙғала, Михайловка, Бәләбәй, Туймазы ҡалаһына  керә. Эш көндәрендә был йүнәлештә тағын бер рейс йөрөй: Бишбүләктән 8.15 сәғәттә, Октябрьскийҙан 15.10 сәғәттә ҡуҙғала, шулай уҡ күрһәтелгән тораҡ пункттарға керә. Анализдар күрһәтеүенсә, бер рейста автобуста уртаса биш кеше була. Шулай итеп, транспорт буш йөрөй тиһәң дә була. Бындай хәл һуңғы йылдарҙа үҙгәрешһеҙ ҡала.

Аҙнаһына ике тапҡыр Бишбүләк — Өфө — Бишбүләк маршруты йөрөй. Йома көндәрендә Бишбүләктән 13.00 сәғәттә, Өфөнән 17.30 сәғәттә сыға. Йәкшәмбе көндәрендә Бишбүләктән 14.10 сәғәттә, Өфөнән 18.30 сәғәттә  ҡуҙғала. Байрам көндәре алдынан өҫтәмә автобус бирелә. Бында ла ҡайһы берҙә бер кеше китә, ә 17 кеше ҡайта. Бишбүләк  — Каменка маршрутында бөтөнләй башҡа күренеш күҙәтелә. Был йүнәлештә автобус аҙнаһына дүрт тапҡыр расписание буйынса йөрөй һәм hәр ваҡыт тулы — 40 пассажирға тиклем була. Тимәк, был йүнәлештә автобустың йөрөүе отошло.

— П ерспективалар тураһында һөйләһәк, «Башавтотранс» тың Бишбyләк  автоколоннаһында улар ниндәй?

— Эксперимент рәүешендә район хәкимиәте менән контракт төҙөнөк һәм раҫланған расписание буйынса Бишбүләк — Демский,Бишбүләк — Сухоречка, Бишбүләк —Ҡаныҡай, Бишбүләк — Ҡыңғыр-Мәнәүез маршруттарына хеҙмәт күрһәтеүҙе ойошторҙоҡ. Пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн автобустар автовокзалдан тыш, өҫтәмә рәүештиә «пятачок»та hәм үҙәк район дауаханаһы яныда туҡтала. Бишбүләк — Демский, Бишбүләк — Сухоречка маршруттарында автобус тулы була. Бишбүләк — Ҡаныҡаймаршруты буйынса пассажирҙарҙы йөрөтөү буйынса хәл күңелһеҙ: Бишбүләккә бер кеше килде, ә ҡабат рейс менән ҡайтырға теләүселәр бөтөнләй булманы. Һөҙөмтә яһарға иртәрәк, был рейстар йыл аҙағына ҡәҙәр йөрөйәсәк. Тест режимында эшләй башлаған автобустар кәрәкме-юҡмы икәнен ваҡыт кyрһәтер. Пассажирҙар булмаһа, автобустар ҙа булмаясаҡ.

Ир ина ФОМИНА әңгәмәләште.__

"Иң күп пассажирҙар Бишбүләк-Каменка маршрутында"
"Иң күп пассажирҙар Бишбүләк-Каменка маршрутында"
Автор:
Читайте нас: