Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Прокурор урынбаҫары 17 йылға иректән мәхрүм ителде

Республика прокурорының элекке беренсе урынбаҫары Олег Горбунов 40 млн һум штраф менән 17 йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм ителде. Уның әшнәләренә лә суд иң ҡаты яза билдәләне.

Прокурор урынбаҫары 17 йылға иректән мәхрүм ителде
Прокурор урынбаҫары 17 йылға иректән мәхрүм ителде
Ғәйепләнеүселәр эскәмйәһендә, Горбуновтан тыш, республика Прокуратураһы идараһы начальнигының элекке урынбаҫары Артур Шәретдинов, Өфөнөң Совет районының элекке прокуроры Рәмил Ғәрифуллин, адвокат Рәшит Сафеев, эшҡыуарҙар Фәһим Мөхитов һәм Вадим Рамазанов та бар.

Генераль прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, Горбунов Ғәрифуллин, Сафеев һәм Мөхитов арадашлығында енәйәт эштәрен законһыҙ туҡтатҡан һәм ҡуҙғатҡан өсөн, шул иҫәптән ауыр статьялар буйынса 300 меңдән 8 млн һумға ҡәҙәр ришүәт алган. Мәҫәлән, прокурорҙың беренсе урынбаҫары үлтереүҙе ойоштороу статьяһы буйынса эште туҡтатыу тураһында ҡарар сығара. Бер осраҡта ул Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫарына ҡарата коррупция эшен яба. Дөйөм алғанда, Горбунов 16,3 млн һум ришүәт алған, тиелә хәбәрҙә.
Өфөнөң Совет районы экс-прокуроры Рәмил Ғәрифуллин енәйәт яуаплығына законһыҙ йәлеп итеү һәм енәйәт эштәрен туҡтатыу өсөн 3,6 млн һум аҡса алған. Бер осраҡта ул бизнесмен Вадим Рамазанов менән бергә прокуратуранан коллегаларына 4 млн һум ришүәт бирергә тырышҡан, тип һанай тикшереүселәр.

Рәмил Ғәрифуллин 16 йыл ҡаты режимлы колонияға һәм 25 млн һум штрафҡа хөкөм ителде. Артур Насретдинов 20 млн һум штраф менән 8,5 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылды. Адвокат Рәшит Сафеев 10 млн һум штраф менән - һигеҙ йыл, бизнесмен Вадим Рамазанов 8 млн һум штраф менән 5 йыл ҡаты режимлы колония срогы алдылар, Фәһим Мөхитов ете йылға ирегенән мәхрүм ителде һәм 20 млн һум штрафҡа тарттырылды.
 
Был аҙмы, күпме кем белә?

Фото: социаль челтәрләрдән

kiziltan.ru

Прокурор урынбаҫары 17 йылға иректән мәхрүм ителде
Прокурор урынбаҫары 17 йылға иректән мәхрүм ителде
Автор:
Читайте нас: