Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы

Был мәҙәни сара 10 июндә Салауат районында уҙғарыла. 

«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы
«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы

10 июндә Салауат районында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы була. Унда тотош республиканан ижади коллективтар ҡатнаша. Тамашасыларҙы йыр-бейеү, музыка, халыҡ уйындары һәм конкурстарға бай программа көтә.

«Башинформ»ға Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамда художестволы үҙешмәкәрлек конкурстары, милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторола.

 «Беҙ — Салауат тоҡомо» республика конкурсы барышында егеттәр араһында — «Салауат батыры», ә ҡыҙҙар араһында «Йөҙөк ҡашы — Зөләйха» бәйгеләре була.

Оҫталар, рәссамдар һәм ижади коллективтар Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенир продукцияһына «Оран» республика конкурсында ҡатнаша.

Республиканың мәҙәниәт учреждениелары белгестәре араһында «Ялҡын» йыр сәнғәте конкурсы 18-45 йәшлек  башҡарыусыларҙы көтә.

Район-ҡалаларҙың командалары «Салауат бәйге» асыҡ турнирында ҡатнашырға мөмкин.

Байрамдың положениеһы, конкурстарҙа ҡатнашыу шарттары менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға мөмкин.

Проект Салауат Юлаев образы аша үҫеп килгән быуында туған халҡына, уның тарихи үткәненә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Байрамды ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат районы хакимиәте, Girzamusic продюсерлыҡ үҙәге.

https://www.bashinform.ru

«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы
«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы
Автор:
Читайте нас: