Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

1 июндән Президент ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшләй башланы

Башҡортостан Башлығы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт итеүселәр тураһында хәстәрлек күрергә вәғәҙәләне

1 июндән Президент ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшләй башланы
1 июндән Президент ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшләй башланы

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолған «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының филиалы асылды. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, фонд махсус операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эше менән шөғөлләнә.

«Бурыстар иҫәбендә — медицина, психологик, социаль  ярҙам. Ветерандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа һәм ҡайтанан уҡытыуҙа, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға булышлыҡ итеү һәм башҡалар. Республикала яугирҙәр һәм уларҙың туғандары өсөн 40 социаль координатор әҙерләнгән, йыл аҙағына тиклем уларҙы 180-гә еткерербеҙ. Улар — хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр. Улар махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләренең проблемаларын яҡшы белә», — тине Радий Хәбиров.

«Ватанды һаҡлаусылар» Башҡортостандың һәр ҡалаһында һәм районында асыла, тип билдәләне республика етәксеһе.«Дәүләт фондының филиалына мөрәжәғәт итеүселәрҙе хәстәрлек менән солғап алыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Бөгөн Башҡортостандың меңләгән данлы улы алғы һыҙыҡта илебеҙҙе һаҡлай. Исемле ирекле подразделениелар, Рәсәй гвардияһы яугирҙәре, контрактсылар, мобилизацияланғандар. Уларҙың һәр береһен иҫән-һау һәм еңеү менән көтәбеҙ. Уларҙың туғандары һәм яҡындары мохтажлыҡ кисермәһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ»,—  тине Радий Хәбиров. 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: