Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
10 Июня 2023, 14:00

Эҫелә кеүәҫтән дә яҡшыһы юҡ

Был эсемлекте әҙерләү буйынса һәр хужабикәнең үҙ рецебы барҙыр, әммә беҙ тәҡдим иткәне иң тәмлеһе...

Эҫелә кеүәҫтән дә яҡшыһы юҡЭҫелә кеүәҫтән дә яҡшыһы юҡ
Эҫелә кеүәҫтән дә яҡшыһы юҡ

Эҫе көндәрҙә күптәр һалҡын ғына кеүәҫте яратып эсә. Ә уны ҡайҙандыр һатып алғанса, өй шарттарында ла әҙерләргә мөмкин. 

Уның өсөн өс литр һыу, 90 грамм ҡоро кеүәҫ, 150 грамм шәкәр, 1-2 аш ҡалағы сүпрә, йөҙөм (теләгәнсә) кәрәк.
Тәүҙә һауыт, мәҫәлән, өс литрлыҡ банка алабыҙ. Һәйбәтләп йыуабыҙ, киптерәбеҙ. Шунан ҡоро кеүәҫте һалып, һыуыҡ һыу өҫтәйбеҙ. Һыу бүлмә температураһында булырға тейеш. Шунан шәкәр, сүпрә ҡушабыҙ ҙа бер нисә ҡат марля менән ябып, 40 сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.
 
Әҙер кеүәҫте һөҙөп, йөҙөм һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Фото: ru.wikipedia
https://vk.com/gazetabashkortostan
Эҫелә кеүәҫтән дә яҡшыһы юҡ
Эҫелә кеүәҫтән дә яҡшыһы юҡ
Автор:
Читайте нас