+30 °С
Болотло


1 июндә республикала һыу инеү миҙгеле асылды. Быйыл Туймазы районында биш пляж эшләйәсәк. Уларҙың барыһы ла Ҡандракүл буйында урынлашҡан.
«Ҡандракүл» тәбиғәт паркы биләмәһенә инеү хаҡы элеккесә ҡалған: машина өсөн - 90 һум, бер кешегә - 250 һум.
Балалар, пенсионерҙар, ветерандар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләр тейешле документтарын күрһәтеп, тәбиғәт паркына бушлай инә ала.
Райондағы башҡа урындарҙа һыу инеү тыйыла.
https://vk.com/etegenrb