Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
12 Июнь 2023, 05:22

Уралдан Берлинғаса оҙон юл үткән яугир ат

Миәкә районының Илсеғол ауылында башҡорт кавалерия дивизияһының легендар аты Керчҡа һәйкәл ҡуйылды.

Уралдан Берлинғаса оҙон юл үткән яугир атУралдан Берлинғаса оҙон юл үткән яугир ат
Уралдан Берлинғаса оҙон юл үткән яугир ат

Матур, көслө, сыҙамлы, ҡыйыу ат Уралдан Берлинғаса оҙон юл үтә – Иҙел, Дон, Висла, Одер, Шпрее йылғаларының һыуын эсә. Ике тапҡыр яраланып тыуған төйәгенә ҡайта.

Ғөмүмән, башҡорт атлы дивизияһына Илсеғолдан ғына 150-ләп ат ебәрелә.

Район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов үҙенең сығышында  Миәкә халҡының Бөйөк Ватан һуғышында  Еңеүгә индергән өлөшөн бидәләне, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү йүнәлешендә алып барылған сараларҙы әйтеп үтте.

-Миәкәләр башҡорт кавалерия дивизияһында батырҙарса һуғышҡан. Дивизия төҙөлгәндең  тәүге көндәренән  үк райондан 126 яугир юллана, ил азатлығы өсөн күптәре һәләк була. Һуғышта аттар ҙа мөһим роль уйнай, улар ҙа Еңеүгә ҙур өлөш индерә. Легендар хәрби ат Керчь  112-се башҡорт кавалерия дивизияһының һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтарылған берҙән-бер аты, - тип һөйләне ул.

Ат тураһында изге хәтирәләр халыҡ күңеленә һеңгән. Тыуған яғына ҡайтып төшкән ваҡиғаны хәтерләүҙәрен  тыңлағанда  күҙҙәр йәшләнерлек. Атты машинанан төшөргәс, уның  Нарыҫтау тауына тиклем сабыуын, барып еткәс, бөтә донъяны яңғыратып кешнәүен  күңел тыныс ҡына ҡабул итә алмай. 

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы, бағыусылар, халыҡ көсөн менән ҡыйыу атты данлап бөгөн ауыл уртаһында күркәм һәйкәл биҙәй.

Был сара тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.

Автор фотолары һәм видеоһы. 

https://bashgazet.ru

Уралдан Берлинғаса оҙон юл үткән яугир ат
Уралдан Берлинғаса оҙон юл үткән яугир ат
Автор:
Читайте нас