

Һәләт Хоҙай тарафынан бирелһә лә, бына хеҙмәткә оҫталыҡты беҙ өлкәндәрҙән өйрәнеп алабыҙ. Теоретик белем, тәжрибә туплауҙар аша килә был оҫталыҡ, сөнки күпме генә тырышмаһын, кешегә үҙаллы эшкә өйрәнеүе ауыр. Шуға һөнәри оҫталыҡҡа эйә остаздар йәмғиәттә иғтибарҙа булырға тейеш. Әйткәндәй, был маҡсатта Рәсәйҙә В. Путиндың “Май указдары” буйынса “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (“Производительность труда”) милли проекты нигеҙендә иң яҡшы остаздарҙы билдәләү маҡсатында һөнәри конкурс уҙғарылып килә.
“Иң яҡшы осталыҡ тәжрибәләре” исемле был конкурстың төбәк этабына заявкалар 26 июнгә ҡәҙәр ҡабул ителә.
“Конкурс остазға ла, өйрәнсеккә лә мөһим. Бында ниндәйҙер эшкә өйрәтеү тураһында ғына һүҙ бармай. Ә өлкән (йәш мәғәнәһендә түгел) кеше коллективта үҙ урынын табырға, һөнәргә һөйөү уятырға, хөрмәт төшөнсәһенә өйрәтергә тейеш”, – тип билдәләп үтте бәйге хаҡында республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Конкурста ҡатнашыр өсөн заявка тултырырға, конкурсант һәм уның остазлыҡ эше тураһында презентация материалдарын әҙерләп, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте буйынса министрлыҡҡа йәки Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-сы йорт адресы буйынса тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәтте nagaev.an@bashkortostan.ru электрон адресына ла ебәрергә кәрәк.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт сифатын йыл һайын 5 процентҡа арттыра барыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Финанс ярҙам, бизнесҡа ярҙам, эксперттар менән эш итеү һымаҡ шарттар бар уның нигеҙендә. Проект 2019 йылда Владимир Путин башланғысы менән старт алды.
https://bashgazet.ru