

Үзбәкстандың Хива ҡалаһында 12-16 июндә Абу Райхан Беруни исемендәге химия буйынса Халыҡ-ара олимпиада уҙҙы. Хива бөтә донъялағы 15 илдән: Рәсәй, Бразилия, Һиндостан, Грузия һәм башҡа төбәктәрҙән 130 йәш химия белгестәрен йыйҙы. Башҡортостан командаһы етәксеһе Айнур Ғүмәров — Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы (АНОД) остазы.
Ярыштар һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы 2 миҙал яуланы. Дипломанттар — Республика инженерлык лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусылары. Данил Моталлапов һәм Ильяс Моталов Олимпиаданың бронза миҙал эйәләре тип танылды. Мәктәп уҡыусыларын әҙерләү менән Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы белгестәре шөғөлләнде.
Фото: Мәгариф һәм фән министрлығы сайтынан.