

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы туризм өлкәһендә грант алыуға ғаризалар ҡабул итеүен дауам итә. «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты (национальный проект «Туризм и индустрия гостеприимства») сиктәрендә төбәккә федераль ярҙам күләме — 335,5 миллион һум, республика бюджетынан берлектә финанслау 6,8 миллион һум тәшкил итәсәк. Документтарҙы 2023 йылдың 22 июненә тиклем тапшырырға мөмкин.
— Башҡортостанда бүленгән бюджет аҡсаһына 70-кә яҡын проект тормошҡа ашырыласаҡ. Был туризм менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға булышлыҡ итәсәк, быйылғы йәй һәм көҙ миҙгелдәрендә туристар өсөн уңайлы һәм ҡыҙыҡлы ял итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Грант суммаһы 10 миллион һумға тиклем тәшкил итә, — тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Бөтәһе өс грант конкурсы иғлан ителде. Беренсеһе йылғалар, күлдәр, һыу һаҡлағыстар ярында пляждар төҙөүгә һәм үҙләштереүгә субсидия бирә. Проекттарға булышлыҡ итеү өсөн 151,9 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Икенсе конкурс капиталь булмаған модулле ҡоролмаларын — кемпингтар һәм автомобилдәр лагерҙарын булдырыуға йүнәлтелгән. Был маҡсатта 83,4 млн һум бүленгән. Өсөнсөнән, үҙ муниципалитеттарында туризм инфраструктураһын үҫтереүсе эшҡыуарҙарға ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.
Мөмкинлектәре сикләнгән туристар өсөн кәртәһеҙ мөхит булдырыуға, аудиогидтар, электрон белешмәләр, мобиль ҡушымталар булдырыуға, яңы туристик маршруттар эшләүгә, шул иҫәптән маркировкалауға, навигацияға, ял итеү урындарын ойоштороуға, туристик ҡорамалдар һатып алыуға, шулай уҡ йыл әйләнәһенә йылытылған бассейндар төҙөү проекттарын тормошҡа ашырыуға иғтибар бүленәсәк.
Дәүләт ярҙамы сараһы эшҡыуарҙарға конкурс һөҙөмтәләре буйынса биреләсәк. Шулай уҡ грант алыусыға проектҡа үҙ аҡсаһын һалырға тура киләсәк — проект хаҡының кәм тигәндә 50 проценты. Бөтә еңеүсе проекттар ҙа 2023 йылда тормошҡа ашырылырға тейеш тигән мөһим шарты бар.
Конкурс шарттары менән тулыраҡ танышырға теләһәгеҙ, түбәндәге һылтанма буйынса инегеҙ: https://biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/548974/
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.