

Бикҡол ауылында тыуып-үҫкән Раян Хәлиуллин тыуған төйәгенә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Әлеге мәлдә ул Бәләбәй ҡалаһында йәшәй, уның үҙенең икмәк бешереү цехы бар. Раян Миңнулла улы – ныҡлы гражданлыҡ позицияһы булған, үҙ Ватанын ысын күңелдән яратҡан кеше.
Бикҡол ауылы халҡы ниндәй генә эшкә тотонмаһын, Раян Хәлиуллин ауылдаштарына мөмкинлектәре буйынса финанс ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75-йыллығы уңайынан ауылда Еңеү паркы булдырылған, яҡташыбыҙ был изге эш өсөн 30 мең һум аҡса бүлгән, 15 мең һумлыҡ тротуар плитаһы һатып алған.
Зираттың ҡоймаһын ремонтлау, тыуған ауылының сираттағы юбилейы уңайынан тантаналар үткәреү, күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү, балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү — ошондай һәм һәм башҡа күп кенә йүнәлештәр Раян Миңнулла улының башҡарған эштәренең бер өлөшө.
— Йөрәгемә яҡын тыуған ауылымды үҫтереүгә яҡшы өлөш индереү — ҙур шатлыҡ, — тип белдерә, тыйнаҡ ҡына Раян Хәлиуллин.
Ирина ФОМИНА әҙерләне.