Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
26 Июня 2023, 03:58

Хеҙмәттән тәм таба

Йылбулаҡтамаҡта йәшәүсе Рәйлә Маликова тормош һөйөүсәнлеге hәм тырышлығы менән айырылып тора.

Хеҙмәттән тәм табаХеҙмәттән тәм таба
Хеҙмәттән тәм таба

Бер ҡасан да тормош ауырлыҡтары алдында баҙап ҡалмаусы hәм иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ маҡтауға лайыҡ.

- Илле йәштән уҙһам да, инде дүрт тапҡыр өләсәй булһам да, әлегә үҙемде ҡарт, тип һанамайым, — тип      йылмая Рәйлә Маликова. — Яратҡан ата-әсәйҙребеҙҙең беҙ алты балаһы инек: биш ул, hәм мин — кесе ҡыҙҙары. Улар инде барыһы ла яҡты дoнъянан китте. Уҙған йыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин 36 йыл бергә йәшәгән яратҡан иремде лә юғалттым. Уға хәҙер 59 йәш тулған булыр ине. Уларҙың барыһының ааыр тупраҡтары еңел булһын.

Тормош ауырлыҡтарынан төшөнкөлөккә бирелергә өйрәнмәгән Рәйлә Маликова hәр ваҡыт ҙур тормош һөйөүсәнлеге hәм тырышлығы менән айырылып торған. Ауылдағы көндәлек физик яҡтан ауыр эште ул йәнгә яҡшы дауа, тип һанай.

Үҙенең хеҙмәт эшсәнлеген йәш ҡыҙ  секретарь-машинистка булараҡ башлай, ун йылдан артыҡ ауыл Советында баш бухгалтер булып эшләй, hәм шул ҡәҙәр yҡ ваҡыт үҙен Санкт-Петербургта коммерция өлкәһендә һынап ҡарай. Хәҙер инде өсөнсө йыл ул Николай Коваленко хужалығының Боголюбовка һөт-тауар фермаһында һыйыр һауыусы булып эшләй.

— Ирем менән бер ул hәм бер ҡыҙ үҫтерҙек, — тип дауам итә Рәйлә Мәхмүт ҡыҙы. — Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Флорид менән Рузанна бер үк көндә тыуҙы. 16 июндә улыма 36, ә ҡыҙыма 27 йәш тулды. Иглинда ҙур сауҙа фирмаһында менеджер булып эшләүсе ҡыҙымдың ике улы үҫә. Улым ғаиләһе менән Санкт-Петербургта йәшәй. Уның да ике ҡыҙы үҫә.

Флорид урындағы урта мeктәпне тамамлағыс, РФ Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. 2022 йылдың ноябренән ул Украинала контракт нигеҙендә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Шофер булараҡ, алғы һыҙыҡҡа һуғыш кәрәк-яраҡтары ташый. Күптән түгел май айында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән.

— Улдарыбыҙ, hис шикһеҙ, Рәсәйгә килгән бәлә-ҡазаны туҡтатырҙар, еңеү беҙҙең ҡулда булыр, тип ышанам! — ти Рәйлә Мәхмүт ҡыҙы.

Беҙҙең һөйләшеүебеҙ бөгөнгө көнә 1170 баштан артыҡ һыйыр аҫралған райондың иң эре һөт-тауар комплексында һауынсының еңел булмаған эшенә күсә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең героиняға юғары һауым өсөн «2022 йылдың иң яҡшы ауыл хужалығы етештереүсе хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

— Һөтсөлөк-таура фермаһында дүрт һауынсы эшләй. Һыйыр һауыу тулыһынса автоматлаштырылған. Беҙ ике кoн эшләп, ике көн ял итәбеҙ, — тип уртаҡлаша Рәйлe Маликова хеҙмәте тураһында. — Минең хеҙмәттәшем Гөлгөнә Садиҡова ла тыумышы менән Йылбулаҡтамаҡтан. Иртүк беҙҙе алырға машина килә. Фермала беҙ ике тапҡыр һыйыр һауабыҙ: иртәнге сәгәт биштә hәм көндөҙгө сәғәт дүрттә. Беҙгә биш йөҙгә яҡын һыйыр беркетелгән. Көн һайын 11 тонна юғары сортлы һөт һауабыҙ. Һөттө һауып алғандан һуң, һыйырҙарҙы яланға сығарырға һәм тәртип урынлаштырырға кәрәк. Ҡайһы берҙә  беҙ һыйырҙарға вакцинация hәм УЗИ яһарға ярҙам итәбеҙ. Бройлер, өйрәк һәм ҡаҙ, тауыҡтар аҫрала торған йорт хужалығында ла эш етeрлек. Ҙур баҡсаны ҡарарға кәрәк. Ял көндәрендә ҡайһы берҙә ауылдаштарым мине төрлө ғаилә байрамдарына һәм юбилейҙарға тамада булып эшләргә саҡыралар. Мин — баш тартмайым. Мин шулай уҡ бүлмә hәм баҡса гөлдәре үҫтерергә яратам.

Владимир СМОЛОВ.

Олег ЛЕОНТЬЕВ фотоһы .

Хеҙмәттән тәм таба
Хеҙмәттән тәм таба
Автор:
Читайте нас