Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
27 Июнь 2023, 06:29

Баш ҡалала этник мәҙәниәттәр фестивалендә «Дуҫлыҡ келәме»н күрһәттеләр

26-28 июндә, «Дуҫлыҡ урамы» фестивале биләмәһендә урынлашҡан «Дуҫлыҡ тирмәһе»ндә балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола

Баш ҡалала этник мәҙәниәттәр фестивалендә «Дуҫлыҡ келәме»н күрһәттеләрБаш ҡалала этник мәҙәниәттәр фестивалендә «Дуҫлыҡ келәме»н күрһәттеләр
Баш ҡалала этник мәҙәниәттәр фестивалендә «Дуҫлыҡ келәме»н күрһәттеләр

Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә асылған «Дуҫлыҡ урамы» этник мәҙәниәттәр фестивалендә үҙенсәлекле проект - «Дуҫлыҡ келәме» менән таныштырҙылар.

2023 йылдың 15 майында, халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы уңайынан «Дуҫлыҡ тирмәһе» этник мәҙәниәт марафонын башлап ебәргәйне.

- Марафондың төп маҡсаты «Дуҫлыҡ келәме»н баҫыу ине. Сөнки келәм йылыһының символы булып тора. Келәмдәрҙә, панноларҙа һәм ошондай япмаларҙа халыҡтың тарихы сағыла, - тип билдәләнеләр Халыҡтар дуҫлығы йортонда. - Проектта Халыҡтар дуҫлығы йортоноң тарихи-мәҙәни үҙәктәре белгестәре, Башҡортостан оҫталары ҡатнашты. «Дуҫлыҡ келәме»нә Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың милли орнаменттары төшөрөлгән.

«Дуҫлыҡ келәме»нә Башҡортостан белорустары ла биҙәк һалған. Аҡ төҫ сафлыҡты, ә ҡыҙыл ҡанды, ҡояшты һәм йәшәү көсөн аңлата. Белорус халҡында йыш ҡына байлыҡ һәм муллыҡ теләйҙәр. Келәмдәге биҙәк байлыҡты символлаштыра.

«Дуҫлыҡ келәме»н Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы көндәрендә, 26-28 июндә, «Дуҫлыҡ урамы» фестивале биләмәһендә урынлашҡан «Дуҫлыҡ тирмәһе»ндә күрергә мөмкин. Көндөҙ «Дуҫлыҡ тирмәһе»ндә балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, ә кисен бөтә ҡунаҡтар өсөн «Дуҫлыҡ келәме» мотивтары буйынса махсус мультимедиалы шоу күрһәтелә.

https://www.bashinform.ru

Баш ҡалала этник мәҙәниәттәр фестивалендә «Дуҫлыҡ келәме»н күрһәттеләр
Баш ҡалала этник мәҙәниәттәр фестивалендә «Дуҫлыҡ келәме»н күрһәттеләр
Автор:
Читайте нас