Наклейкала цифрлы код булырға тейеш. Әгәр дүрт урынлы һан (Зххх, 4ххх) ҡуйылған икән, бындай еләк-емеш, йәшелсәләр химик ашламалар һәм пес-тицидтар ҡулланып үҫтерелгән. Бҙеҙең магазин, баҙарҙарҙа күбеһенсә шундай йәшелсә һәм еләк-емеш һатыла. Уларҙың ҡабығын таҙартып ашарға кәрәк. Әгәр биш урынлы код тора икән, беренсе һанына иғтибар итегеҙ. 9 (Эхххх)—табиғи шарттарҙа, фермерҙар тарафынан үҫтерелгән, хәҙер уларҙы “органик” тип атайҙар. 8 (8хххх) — генетик модификцияланған үҫемлек, уны үҫтергәндә ген инженерияһы технологияһы ҡулланылған, йәғни был — ГМО. Ҡулланыусыла ул шик тыуҙырырға тейеш, ГМО үҫемлектәрҙең кеше организмына йоғонтоһо тейешенсә тикшерелмәгән. Еләк-емешкә йәбештерелгән наклейкаларҙы ашарға ярай. Билдәле, күрә тороп уны бер кем дә ашамай, әммә ашала икән, бының зыяны юҡ. Стикер үҙе лә, уның елеме лә кеше организмына зыянлы түгел.