Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
29 Июнь 2023, 10:11

Йәйгеһен сәстәрҙе тәрбиәләү

Әгәр ҙә сәстәрегеҙ күпләп ҡойолоп йонсота икән, бер ысул тәҡдим итәбеҙ.

Йәйгеһен сәстәрҙе тәрбиәләүЙәйгеһен сәстәрҙе тәрбиәләү
Йәйгеһен сәстәрҙе тәрбиәләү

3 аш ҡалағы ромашка сәскәһе, 3 аш ҡалағы ваҡланған лавр япрағын һауытҡа һалып, өҫтөнә 100 мл ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, 3 сәғәткә төнәтергә ҡуябыҙ. Унан һөҙөп алғас, шыйыҡсаны аҙнаһына 3-4 тапҡыр сәс төбөнә яҡшы итеп һөртәбеҙ. Бер-ике аҙнанан сәстәрегеҙҙең нығыныуын һиҙерһегеҙ.
* Майлы сәстәрҙе тәрбиәләү буйынса халыҡ кәңәштәренә килгәндә, сәсте йыуған арауыҡта лимон һуты һөртөү файҙалы. Ул майһыҙландыра һәм ҡысыуҙан арындыра. Майлы сәстәрҙе йыуырҙан 2-3 сәғәт алда баш тиреһенә алоэ һутын һөртөргә мөмкин. Ул ҡауаҡтан ҡотолорға ярҙам итә һәм сәс төптәрен нығыта. Шулай уҡ йыуырҙан 1-2 сәғәт алда баш тиреһенә 2:1 нисбәтендә алынған лимон һәм кишер һуты ҡатнашмаһын һөртөп, таҫтамал менән урау файҙалы. Сәсте йыуғас, тәүҙә - һыу, һуңынан лимон һуты ҡушылған (1,5-2 литр һыуға 1 ҡалаҡ лимон һуты) бүлмә температураһындағы һыу менән сайырға була.
* Ҡоро сәстәрҙе тәрбиәләү өсөн 2 йомортҡа һарыһын 50 мл һыуға бутарға, 100 мл араҡы һәм 5-8 мл нашатыр спирты өҫтәргә. Ҡатнашманы баш тиреһенә һөртөп, һуңынан эҫе һыу менән йыуып төшөрөргә. Лимон һуты ҡойолған үҫемлек майын ҡайнаған һыу өҫтөндә тотоп, йылытып аҙнаһына 1 тапҡыр компресс яһарға мөмкин. Ҡатнашма менән баш тиреһен, сәсте майларға һәм полиэтилен ҡапсыҡ кейеп, өҫтөнән таҫтамал ябынырға. Компресты 1-2 сәғәт тоторға.

Тағы ла бер һөҙөмтәле ысул:

Бер литрлы банкаға һуған ҡабығын тултырырға, тулғансы араҡы ҡойоп, бер һауыт ҡәнәфер (гвоздика) ҡушырға.
10 көн ҡараңғы урында тоторға, ваҡыт ваҡыты менән болғатып торорға.
Сәсте йыуыр алдынан әҙер төнәтмә менән сәстәрҙең тамырына һөртөргә.
Башты полиэтилен йә булмаһа душ өсөн башлыҡ менән, һәм йылы яулыҡ, таҫтамал менән урап 2-3 сәғәткә ҡалдырырға.
Сәстәрегеҙ тиҙерәк үҫә башлар, ҡуйыраҡ булыр.
💟Сәсегеҙ матур булһын!
👍Файҙалы кәңәштәр төркөмөнән

https://salauat.ru

Йәйгеһен сәстәрҙе тәрбиәләү
Йәйгеһен сәстәрҙе тәрбиәләү
Автор:
Читайте нас