

Бишбүләк ауылынан Сара Сәббәхова Бишбүләк райпоһында үҙенең 48 йыллыҡ яҡшы эше тураһындағы хәтирәләрен шундай һүҙҙәр менән башлай. Совет осоронда йәшәгән һәм эшләгән кешеләр теләһә ҡайһы тармаҡта етештереү ҡайнап hәм шаулап торған тормошто яҡты дәүерен әлегә ҡәҙәр ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала.
Тәү сиратта шәхси пландар hәм амбициялар түгел, ә етештереү мәсьәләләре булды. Был норма ине.
— Мин Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуып-үҫтем, — тип һөйләй тиҙҙән үҙенең етмеш йәшлек юбилейын билдәләп үтергә йыйынған ҡулланыусылар кооперацияһы ветераны Сара Нурғәли ҡыҙы. — Урта мәктәпте тамамлағас, Саҡмағош кооператив техникумына уҡырға керҙем.Мин хеҙмәт юлымды Кесе Сиҙәк ауылында Сельпо магазинында дуҫ ҡыҙым менән эшләүҙән башланым. Был ауыл ул ваҡытта мине үҙенең эш һөйөүсән халҡы менән йәлеп итте. Колхоз бай ине. Иртүк мин колхоз идараһына планеркаларына сельпо магазинына тауар алып ҡайтыу өсөн автотранспортҡа наряд алырға йөрөнөм, бында мин тауар әйләнеше принциптарын яҡлап hәм сауҙа предприятиелары базаларында тоуарҙарҙың яҡшы ассортиментын алып ҡайтыу өсөн үҙ һүҙемдә ныҡ торорға өйрәндем. Бер нисә йылдан һуң етәкселек мине
Бишбүләк универмагына кyсерҙе. Был ҙур hәм матур универсаль магазин райпо системаһында айырым структура берәмеге ине. Ул ваҡытта уның директоры булып бик белемле hәм сауҙа мәсьәләләрен бик яҡшы белеүсе Исаак Моисеевич Макеев эшләне. Ул мине шунда уҡ универмагтың беренсе ҡатында балалар бүлеге мөдире итеп ҡуйҙы. Бында мин ун йылдан ашыу намыҫ менән эшләнем. Һуңынан тәүлек әйләнәһе эшләүсе «Заря» магазины мөдире булдым.
Совет осоронда етештереү эштәре беренсе урында булды, ә бына шәхси hәм ғаилә мәшәҡәттәре унан һуң ине. 24 йәшендә ул Файзелғаян Сәббәховҡа кейәүгә сыға. Улар ике бала үҫтерә. Ҡыҙҙары Флүрә Йомагужина район хәкимиятенең опека hәм попечителлек секторы мөдире булып эшләй. Уның улы Тимур үҫеп килә. Олтай менән өләсәйҙең ейәне Газпром «Трансгаз Уфа» ремонт-монтаж остаханаһының начальнигы булып эшләүсе улы Азат Сәббәховтың ҡыҙы Риана үҙенең уңыштары менән һөйөндөрә.
Сара Сәббахова бер нисә тапҡыр район hәм республика смотр-конкурстарында ҡатнашып, «Йылдың яң яҡшы һатыусыһы», тип таныла. Ул «Совет сауҙаһы отличнигы» кyкрәк билдәһе менән бүләкләнгән, 2001 йылда Рәсәй ҡулланыусылар берлегенең Бөтә Рәсәй үҙәге ордены менән бүләкләнә һәм шул уҡ йылда Башҡортостан ҡулланыусылар берлегенең миҙалына лайыҡ була. 2007 йылда «Һөнәре буйынса иң яҡшы» исемен ала. Һәм, әлбиттә, уның төрлө инстанцияларын алған маҡтау грамоталарын hәм рәхмәт хаттарын һанап сығыуы ауыр.
Владимир СМОЛОВ.