Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Бишбүләккә «Сәләмәтлек поезы» килә

Беҙҙең районда «Сәләмәтлек поезы» ике аҙна – 31 июлдән 14 августҡа тиклем эшләйәсәк.

Бишбүләккә «Сәләмәтлек поезы» киләБишбүләккә «Сәләмәтлек поезы» килә
Бишбүләккә «Сәләмәтлек поезы» килә

«Сәләмәтлек поездары» Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә. Тикшереү бушлай уҙғарыла. Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй - ҡабул итеү сират буйынса алып барыла.

Табиптар

Ҡушйылға - 31 июлдән – 1 августҡа тиклем,
Кожай Ик Вершина  - 2 август,
Сухоречка -  3 – 4 август,
Мораҙым - 7 – 8 август,
Киҫтәнле-Ивановка – 9 август,
Йылбулактамак - 10 – 11 август,
Ҡаныҡай – 14 августа халыҡты ҡабул итәсәк.

«Сәләмәтлек поезы» ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеүгә йүнәлтелгән, шуға ла бындай мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Тикшереү бушлай, тик паспортығыҙҙы һәм ОМС полисын алып килергә генә ҡала. Статистика күрһәтеүенсә, халыҡ, тәү сиратта, тар белгестәргә мохтаж. Сөнки ниндәйҙер етди сир барлыҡҡа килгәндә, нәҡ улар тейешле диагноз ҡуйып, пациентты артабанғы тикшереү үтергә йәки дауа­ланыуға, хатта операцияға ебәрә.

Бишбүләк районының үҙәк дауаханаһы сайтынан. 

Бишбүләккә «Сәләмәтлек поезы» килә
Бишбүләккә «Сәләмәтлек поезы» килә
Автор:
Читайте нас